10:03 (UTC+5), 13 Декабря 2018

Сибайҙа көкөртлө водородтың бер аҙ күберәк булыуы асыҡланған – Роспотребнадзор

Айгиз Ғабдуллин, Vk
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Сибайҙа 13 декабрҙә онлайн режимында ҡаланың экологик хәл мәсьәләһе буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышы уҙҙы. Урындағы хакимиәт, Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Экология министрлығы, Роспотребнадзор вәкилдәре, шулай уҡ табиптар һәм ҡала халҡы Сибайҙағы хәлде тикшерҙе.
Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы мәғлүмәте буйынса, урындағы халыҡтан ҡырҡыу еҫкә зарланып яҙылған ялыуҙар килә.
«Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә һауала көкөртлө водородтың 1,3 тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған. Халыҡ һәм комиссия ағзалары был хаҡта белә, — тип хәбәр итте ултырышта ведомство хеҙмәткәре. — Был кеше организмының һауалағы үҙгәрештәрҙе тиҙерәк тойоуын аңлата. Халыҡ ҡыҫҡа ваҡытлы еҫ сығыуын һиҙҙе — кешеләр уны башҡаса ҡабул итте. Ләкин был ҡыҫҡа ваҡытлы күренеш ине – организмда кире эҙемтәләргә килтергән бер нәмә лә йыйылманы, халыҡтың һаулығында сағылыш тапманы».
Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм эпидемиология үҙәге филиалы лабораторияһы һауаны тикшереүҙе дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика