12:29 (UTC+5), 13 Декабря 2018

Башҡортостанда опекундарға түләүҙәрҙе үҙгәртергә уйлайҙар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда депутаттар «Опекундарға (попечителдәргә) баланы ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында» республика законына үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Әгәр уны ҡабул итһәләр, опекундар, балаларына мәктәп тамамлағансы 18 йәш тулһа ла, пособие алыуҙары мөмкин. Закон проектын ҡарау киләһе пленар ултырышҡа билдәләнгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.
«Патронат тәрбиәгә алынған балаларҙың күбеһе 10-сы класта уҡығанда бәлиғ була. Шуға күрә 11-се класта уларға пособие түләнмәй. Социаль ғәҙеллек урынлаштырыу өсөн закон проекты менән норма индерергә тәҡдим ителә, уға ярашлы, ҡарауҙағы етемдәргә аҡса уҡыу йылы аҙағына тиклем түгел, ә улар мәктәп тамамлағансы түләнә», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
Башҡортостанда етемдәрҙе тәрбиәләгән өсөн аҡса «Опекундарға (попечителдәргә) баланы ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында»ғы законға ярашлы түләнә. Сумма даими индексациялана. 2018 йылдың 1 ғинуарынан ул өс йәшкәсә сабыйға — 6,3 мең, өс йәштән өлкәнерәк балаға 6,1 һум күләмендә билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика