Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2018, 16:26

Өфөлә Ҡыш бабайҙар парады ойошторола

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә 25 декабрҙә Ленин исемендәге майҙанда Ҡыш бабайҙар парады ойошторола. Йолаға әүерелгән сарала баш ҡаланың 400-гә яҡын Ҡыш бабайы ҡатнаша, тип хәбәр итә Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте.
Программала «Держава» барабансылар һәм мажореткалар төркөмө, ҡала мәҙәниәт һарайы оркестрының сығыштары, күңел асыуҙар һәм уйын-көлкө ҡаралған. Бынан тыш, төп Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡатнашлығында үҙәк ҡала шыршыһын асыу тантанаһы була.
Ҡыш бабайҙар сәғәт 5-се яртыла теҙелә башлай, сара үҙе — сәғәт 6-ла.
http://www.bashinform.ru/news/1250107-v-ufe-proydet-parad-dedov-morozov/
Читайте нас: