09:01 (UTC+5), 12 Декабря 2018

«Башҡорт» төбәк йәмәғәт ойошмаһы лидеры Ҡуштауҙы ла ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү кәрәклеге хаҡында белдерҙе

Дарья Святохина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Башҡорт» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фаил Алсынов Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Торатау менән Йөрәктауҙы ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү тураһындағы тәҡдимен хупланы. Шул уҡ ваҡытта ул был исемлеккә Ҡуштауҙы ла индерергә кәрәк тип иҫәпләй.
«Мин Ҡуштауҙы «Башҡортостан сода компанияһы»на эшкәртеүгә тапшырыуға ҡырҡа ҡаршымын, — тип белдерҙе Фаил Алсынов «Башинформ» агентлығына. — Ҡуштау Торатау менән Йөрәктауҙан бер яғы менән дә кәм түгел, шул уҡ тауҙар, шул уҡ үҫемлектәр. 2017 йылда Ҡуштауҙы «Башҡортостан сода компанияһы»на тапшырыу мәсьәләһе бәхәсле. Ул саҡта Ҡуштау Ғүмәр ятҡылығы менән бер рәттән компанияға геологик тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн генә тапшырылған. Тағы ла бер тапҡыр әйтәм: мин Ҡуштауҙы эшкәртеүгә ҡаршымын һәм уны, Торатау менән Йөрәктау кеүек үк, ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерергә кәрәк тип иҫәпләйем».
Алсынов һүҙҙәренсә, был аҙнала Ҡуштауҙы эшкәртеү ихтималлығына арналған түңәрәк өҫтәл була. Унда ғалимдар, сәйәси эшмәкәрҙәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша. Түңәрәк өҫтәлде үткәреү урыны һәм ваҡыты аныҡлана.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Торатау» геопаркын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.Ойошторғандан һуң шунда уҡ Башҡортостан Хөкүмәтенә республика Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге менән берлектә геопаркты ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү бурысы йөкмәтелде.
Документта билдәләнеүенсә, парк республиканың геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау, шулай уҡ туризмды үҫтереү өсөн булдырыла.
Төбәк Хөкүмәтенә «Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә, составына республика әһәмиәтендәге «Торатау», «Йөрәктау» тәбиғәт һәйкәлдәре һәм геологик, биологик, тарихи-мәҙәни ҡиммәткә эйә башҡа объекттарҙы индереп, «Торатау» геопаркын булдырырға», тиелә указда.
http://www.bashinform.ru/news/1249880-lider-roo-bashkort-zayavil-o-neobkhodimosti-vklyuchit-i-kushtau-v-spisok-naslediya-yunesko/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика