14:03 (UTC+5), 11 Декабря 2018

Республиканың төньяҡ-көнсығышында яңы эҙләү-ҡотҡарыу отряды ойошторола

Ксения Калинина
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда төбәк башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының ҡушыуы буйынса Салауат районының Малаяҙ ауылында яңы эҙләү-ҡотҡарыу отряды ойошторола.
Был — Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте составындағы иҫәп буйынса етенсе зона эҙләү-ҡотҡарыу отряды. Унан алда ойошторолған алты отряд Өфөлә, Белоретта, Дүртөйлөлә, Күмертауҙа, Сибайҙа, Туймазыла урынлашҡан.
Яңы эҙләү-ҡотҡарыу отряды республиканың төньяҡ-көнсығыш халҡын һәм биләмәһен үҙәк райондар менән бер рәттән һаҡлауҙы тәьмин итергә тейеш.
Отряд М-5 Мәскәү — Өфө — Силәбе федераль трассаһы, Кропачево — Мәсәғүт — Әчит һәм Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдары янында урынлаша.
Хәҙер ҡотҡарыусыларҙың юл-транспорт ваҡиғаһында ярҙам күрһәтергә килеү ваҡыты күпкә ҡыҫҡара, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында. Отряд урынлашҡан урын ҙур һыу объекттарында – Йүрүҙән һәм Әй йылғалары буйлап һалда йөҙгәндә бәләгә тарыусыларға ярҙам итеү өсөн дә уңайлы. Өҫтәүенә ул республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә асылырға тейешле яңы туристик-рекреацион кластерҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә ала.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, 2017 йылда Башҡортостан буйынса юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнгән 100 кешегә 8,4 һәләк булыусы, ә төбәктең төньяҡ-көнсығыш райондарында иһә 100 зыян күреүсегә 15,7 һәләк булыусы тура килгән.
http://www.bashinform.ru/news/1249396-na-severo-vostoke-bashkirii-sozdaetsya-novyy-poiskovo-spasatelnyy-otryad/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика