11:15 (UTC+5), 11 Декабрь 2018

Белорет — яңы йыл байрамдарында Рәсәй буйлап сәйәхәт итеү өсөн иң арзан ҡалалар иҫәбендә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Белорет — яңы йыл байрамдарында Рәсәй буйлап сәйәхәт итеү өсөн иң арзан ҡалалар иҫәбендә. Tvil.ru торлаҡҡа алдан заказ биреү сервисы илдең ҡышҡы каникулдар ваҡытында барырға мөмкин булған бюджетлы ҡалалары исемлеген төҙөгән.
Рейтингты әҙерләгәндә сервис эксперттары төрлө категориялы ҡунаҡханаларҙан тыш, шәхси фатирҙарҙың да хаҡын иҫәпкә алған. Шулай уҡ улар туристарҙың торлаҡҡа уртаса 2-3 көнгә заказ биреүен һәм ҡуртым өсөн тәүлегенә ике мең самаһы аҡса тотоноуын асыҡлаған.
Яңы йыл байрамдарында йәшәү өсөн иң арзан ҡалалар — Пермь (тәүлегенә 1,3 мең һум), Каменск-Уральский (1,4 мең), Белорет (1,8 мең), Смоленск (1,9 мең) һәм Рязань (2 мең). Мәғлүмәттәр 2018 йылдың 29 декабренән 2019-ҙың 8 ғинуарына тиклем актуаль.
http://www.bashinform.ru/news/1249182-bashkirskiy-beloretsk-okazalsya-sredi-samykh-deshevykh-dlya-novogodnikh-puteshestviy-po-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика