09:35 (UTC+5), 10 Декабрь 2018

Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн хеҙмәт хаҡын кәметергә ҡушты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн хеҙмәт хаҡын кәметергә ҡушты. 2019 йылдың 1 ғинуарынан төбәктә сүп-сар түккән өсөн раҫланған яҡынса түләү хаҡын Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы республикала йәшәүселәр күтәрә алмаҫлыҡ тип атаны.
Агентлыҡ алдан хәбәр иткәнсә, яңы коммуналь хеҙмәт — сүп-сар сығарыу — хаҡы Башҡортостан Хөкүмәте билдәләгән сүп-сар йыйыу нормативына һәм 1 килограмм сүп-сар сығарыу тарифына (уны төбәк операторы билдәләй) бәйле.
Быға тиклем түбәндәге йыйыу нормативтары аталғайны: күп фатирлы йортта йәшәгән бер кешегә йылына 2,6 кубометр сүп-сар, шәхси йортта иһә 3,7 кубометр ҡалдыҡ йыйыла. Ноябрҙә республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты төбәк операторының ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү хеҙмәтенең хаҡын иҫәпләп сығарҙы. Уның бер кубометры өҫтәлгән хаҡҡа һалым менән 650,40 һумға тиң ине.
Тәүҙә Башҡортостанда йәшәүселәр 2019 йылдың 1 ғинуарынан түләргә тейешле сикке хаҡ аталды. Күп фатирлы йортта йәшәгән бер кешегә ул айына 140,92 һум, шәхси йортта иһә 200,54 һум тәшкил итте. Халыҡ хаҡты ныҡ юғары тип ҡабул иткәндән һуң ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса тарифтар яңынан ҡаралды, фаразланған хаҡ кәметелде. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев һүҙҙәренсә, хәҙер күп фатирлы йортта йәшәүселәр айына бер кешегә 130 һум, ә шәхси йортта иһә 185 һум түләргә тейеш.
«Хаҡты төшөрөгөҙ, халыҡ быны түләй алмай, — тине Радий Хәбиров. — Улар мөмкин түгел һәм ҡабул ителмәй. Тарифтар юғары булмаҫҡа тейеш. Бөгөн үк төбәк операторҙарын саҡырығыҙ. Кәрәк булһа, миңә ебәрегеҙ».
Республика етәксеһе ауылдарҙан сүп-сарҙы ситкә сығарыу системаһын ентекле уйларға һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға сүп-сар сығарған өсөн компенсациялар ҡарарға ҡушты.
http://www.bashinform.ru/news/1248827-radiy-khabirov-poruchil-snizit-stoimost-uslugi-za-vyvoz-musora-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика