05:29 (UTC+5), 10 Декабрь 2018

Башҡортостанда яңы йылда балалар баҡсаһы өсөн түләүҙең уртаса күләме үҙгәрә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда 2019 йылдың 1 ғинуарынан балалар баҡсаһы өсөн түләү үҙгәрә, ләкин ул тиклем артмай, тип белдерҙеләр республиканың Мәғариф министрлығында. Яңы йылда республикала мәктәпкәсә учреждениеларҙа балаларҙы тәрбиәләгән өсөн түләүҙең уртаса күләме 1617,2 һум була.
Түләүҙе кәметеүгә компенсация түләүҙәре күләме ошо сумманан сығып иҫәпләнә. Ата-әсәләр балалар баҡсаһына түләү өсөн компенсацияға хоҡуҡлы. Балалар баҡсаһына йөрөгән бер балаға — түләнгән сумманан 20% (323,44 һум), ике балаға — 50% (808,6 һум), өс һәм унан да күберәк икән — 70% (1132 һум),тип асыҡлыҡ индерҙеләр төбәктең мәғариф ведомствоһында. Муниципалитеттарҙа балалар баҡсаһы өсөн ата-әсә түләүе күләме төрлөсә булыуы мөмкин, сөнки был уларҙың һәр береһендә айырым билдәләнә, ләкин уртаса күләме 1617,2 һум тәшкил итергә тейеш.
Быға тиклем закон балалар баҡсаһы өсөн түләү күләмен йыл дауамында бер нисә тапҡыр арттырырға рөхсәт итә ине. Хәҙер хаҡты йыл башында бер тапҡыр ғына арттырырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1248608-v-bashkirii-s-novogo-goda-izmenitsya-sredniy-razmer-roditelskoy-platy-za-detskiy-sad/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика