10:55 (UTC+5), 07 Декабря 2018

«Торатау юрматылар өсөн бик ҡәҙерле»: фекер

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башҡортостан сода компания»һы Ҡуштауҙы вәхшиҙәрсә үҙләштермәһен өсөн ошо процесты контролдә тоторға кәрәк. Шулай тип белдерҙе Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты, «Халыҡ контроле» федераль партия проектының төбәк координаторы Гөлнур Ҡолһарина «Башинформ» агентлығына.
«Мин үҙем — Юрматы ҡыҙы, Торатау — ырыуыбыҙ өсөн бик ҡәҙерле. Юрматы ырыуының тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары тап Торатау менән бәйле, — ти Ҡолһарина. — Ырыуыбыҙ саралары ошо тауҙа ойошторола һәм беҙ халҡыбыҙҙың тарихи мираҫын һаҡлап ҡалыуҙары өсөн бик шатбыҙ. Радий Хәбировтың был эшен хуплайбыҙ — Торатауҙы һаҡлап ҡалыу мәсьәләһен хәл иткәне өсөн афарин».
Алдан хәбәр ителгәнсә, республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, компанияла сеймал сығанағы сифатында Торатауҙы производствоға тапшырыуҙы һорауға ҡарамаҫтан, «Башҡортостан сода компанияһы» менән Ҡуштауҙы эшкәртеү тураһында һөйләшеп килеште. Башҡортостан сода компанияһы мәғлүмәттәре буйынса, Торатауҙа сеймал запасы сифатлыраҡ, ләкин тау тәбиғәт һәйкәле булып тора һәм республика яҡлауы статусына эйә. Әлеге ваҡытта эшкәртелгән Шәкетауҙың запастары яҡынса 2022 йылда бөтә.
http://www.bashinform.ru/news/1248164-toratau-dlya-yurmatintsev-bestsenna-mnenie/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика