ӨФӨ, 2018 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн Белорет район-ара перинаталь үҙәгендәге иң кескәй пациенттың ауырлығы — 1 килограмм 4 грамм, уны махсус ҡулайламала ҡарайҙар, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фейсбуктағы сәхифәһендә. Радий Хәбиров дауалау учреждениеһы эше менән Белорет районына сәфәре барышында
танышты.