12:31 (UTC+5), 06 Декабря 2018

Башҡортостан етәксеһе фельдшерҙарҙың эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын биреүенә «нөктә ҡуйырға» ҡушты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына аҙна эсендә фельдшерҙарға эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын һәм дарыуҙарға рецепт яҙыу вәкәләттәрен бүлеп биреү буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Бөгөн хөкүмәттәге «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» кәңәшмәһендә ошо хаҡта белдерелде.
Быға төпкөлдә йәшәгән һәм рецепт, «эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын» алыу өсөн район йәки ауыл участка дауаханаларына барырға мәжбүр булған халыҡтың мөрәжәғәттәре сәбәпсе булды. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарының күпселегендә бындай хеҙмәт күрһәтелмәй.
Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, әлегә ошо мәсьәлә буйынса аныҡ позиция юҡ, «урындарҙа хәлдәр төрлөсә».
1 декабрҙән Өфө районы һәм баш ҡаланың Октябрь районы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында эшләгән бөтә фельдшерҙар дарыуҙарға рецепт яҙырға һәм 10 көнгә тиклем «эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын» бирергә хоҡуҡлы. Республиканың райондарының күбеһендә ундай хеҙмәт юҡ.
«Быны бер системаға һалығыҙ. Табип хаталарын арттырыу тигән маҡсат юҡ. Киреһенсә, алдыбыҙҙа һаулыҡ һаҡлауҙы кешеләргә яҡынайтыу бурысы тора. Дүрт йыл уҡығандан һуң фельдшерҙар дөрөҫ диагноз ҡуя беләлер тип уйлайым, уларға ышанырға кәрәк, — тип тәҡдим итте төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. — Мине кешеләрҙең алыҫта урынлашҡан дауаханаларға йөрөү осраҡтары бик борсой. Килеп тыуған хәлде асыҡлайыҡ һәм бер аҙнанан, киләһе «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә нөктә ҡуйырбыҙ.
1 из 7
http://www.bashinform.ru/news/1247684-rukovoditel-bashkirii-poruchil-postavit-tochku-na-vydache-feldsherami-bolnichnykh-listov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика