04:29 (UTC+5), 05 Декабря 2018

«Өфө» аэропортына Мостай Кәримдең исеме бирелде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 4 декабрҙә «Рәсәй-1» телеканалы эфирында Рәсәй аэропорттарына бирелергә тейешле еңеүсе исемдәр иғлан ителде. Хәҙер Өфөлә һауа ҡапҡалары Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исемен йөрөтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тауыш биреү 1 декабрҙә тамамланды. Ойоштороусылар бер нисә көн буйы йомғаҡ яһаны, бөтә төбәктәрҙән килгән анкеталарҙы эшкәртте һәм тауыш биреү уҙғарылған һәр урындан мәғлүмәттәр йыйҙы. Халыҡ шағиры һәм яҙыусы өсөн 90 меңдән ашыу кеше тауыш биргән. Икенсе урында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев — 70 меңдән ашыу. Өсөнсөлә — Салауат Юлаев (30 меңгә яҡын тауыш). Тауыш биреүҙә бөтәһе 5 миллиондан күберәк рәсәйле ҡатнашҡан.
Рәсәйҙә 50-гә яҡын аэропортҡа исем биреү буйынса аҙаҡҡы ҡарарҙы ил президенты Владимир Путин ҡабул итә, тип билдәләне ойоштороусылар.
http://www.bashinform.ru/news/1246866-aeroportu-ufa-prisvoeno-imya-mustaya-karima/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика