04:58 (UTC+5), 03 Декабря 2018

Башҡортостанда «Йәш ғаилә – 2018» конкурсының Гран-прийына Ғариповтар ғаиләһе лайыҡ булды

Өфө ҡалаһы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Йәш ғаилә – 2018» республика конкурсының йомғаҡлау этабы уҙҙы, унда Ауырғазы, Бүздәк, Дәүләкән, Күгәрсен, Яңауыл райондарынан, Сибай һәм Өфө ҡалаларынан иң әүҙем ғаиләләр ҡатнашты. Конкурсты ойоштороусы булып Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сығыш яһаны.
Конкурста һайлап алыу турын үткән ете ғаилә интерактив майҙансыҡтарҙа ярышты. Көнө буйы дауам иткән еңел булмаған бәйгелә еңеүселәр билдәләнде. Гран-приға Өфөнән Ғариповтар ғаиләһе лайыҡ булды.
Альбина һәм Руслан Ғариповтар студент саҡтан уҡ бергә. Икеһе лә аграр университетҡа уҡырға ингән, һуңынан бал бейеүҙәре студияһына шөғөлләнгән. Йәштәр шулай танышып ғаилә ҡорған. Сафия һәм Йәсмин исемле ҡыҙҙар тәрбиләйҙәр. Хәҙер улар республиканы тотош Рәсәй кимәлендә күрһәтергә тейеш.
Сара ғаиләнең абруйын арттырыу маҡсатында йыл һайын уҙғарыла. Конкурстың бурысы – йәш ғаилә институтын пропагандалау, ғаиләнең һәм ғаилә тормошоноң абруйын күтәреү, йәш ғаилә ағзаларының сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, физик һәм әхлаҡи яҡтан һау-сәләмәт быуын тәрбиәләүҙә ата-әсәләрҙең яуаплылығын арттырыу.
http://www.bashinform.ru/news/1245604-v-bashkirii-gran-pri-konkursa-molodaya-semya-2018-udostoilas-semya-garipovykh-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика