10:58 (UTC+5), 29 Ноябрь 2018

Өфөлә ВИЧ-ҡа бушлай экспресс-тест үтергә мөмкин

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 1 һәм 3 декабрҙә Өфөлә ВИЧ-инфекцияға экспресс-тест буйынса акциялар уҙғарыла. Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған саралар «ТУҠТА ВИЧ/СПИД» Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә ойошторола.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 1 декабрҙә «Башҡортостан» лайфстайл үҙәге биләмәһендә «Ыңғай мөхит» төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты ирекмәндәре «Үҙеңдең статусыңды бел – ВИЧ-ҡа тест үт» акцияһын үткәрә.
3 декабрҙә Өфө автотранспорт колледжы студенттары өсөн икенсе «ТУҠТА ВИЧ/СПИД» акцияһы була.
Алдан хәбәр ителгәнсә, бөгөн Башҡортостанда 21 меңдән ашыу ВИЧ-инфекциялы иҫәптә тора, уларҙың 13 меңгә яҡыны — ир-егеттәр, 8 мең самаһы — ҡатын-ҡыҙҙар.
ВИЧ-инфекциялы кешеләрҙең яҡынса 12 меңе ҡалаларҙа йәшәй, ауылда йәшәүселәр – 6,8 мең, Рәсәйҙең Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы системаһы учреждениеларында – 1 653 кеше, билдәле йәшәү урыны булмағандар – 800-ҙән ашыу.
Башҡортостан буйынса сир күрһәткесе 100 мең халыҡҡа 54,2 тәшкил итә. 2017 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ауырыуҙарҙың 3,7% кәмеүе теркәлгән (100 мең халыҡҡа 56,3-тән 54,2-гә тиклем).
http://www.bashinform.ru/news/1244614-ufimtsy-smogut-proyti-besplatnoe-ekspress-testirovanie-na-vich/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика