06:11 (UTC+5), 28 Ноября 2018

Башҡортостандың Мәсетле районында — яңы прокурор

Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәйҙең Генераль прокуроры бойороғо менән 35 йәшлек юстиция советнигы Азамат Шәйбәков Башҡортостандың Мәсетле районы прокуроры итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Азамат Шәйбәков Әлшәй районында тыуған. «Юриспруденция» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 2006-2007 йылдарҙа Әлшәй районы прокуратураһы тәфтишсеһе булып эшләй. 2007-2009 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы ҡарамағындағы Тәфтиш комитетының республика буйынса тәфтиш идаралығының Бәләбәй район-ара тәфтиш бүлеге тәфтишсеһе, өлкән тәфтишсе. 2009-2001 йылдарҙа — Әлшәй районы прокуроры ярҙамсыһы, 2011-2016 йылдарҙа Бишбүләк районы прокуроры урынбаҫары булып эшләй. 2016 йылдан Рәсәй Эске эштәр органдарында тикшереү, тәүләп һорау алыу һәм оператив-эҙләү эшмәкәрлеген күҙәтеү бүлеге прокуроры вазифаһын биләне.
http://www.bashinform.ru/news/1243912-naznachen-novyy-prokuror-mechetlinskogo-rayona-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика