12:34 (UTC+5), 27 Ноября 2018

«Йомарт шишәмбе»лә Дәүләт Йыйылышы депутаттары Серафимовка балалар йорт-интернатына булышлыҡ күрһәтте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Йомарт шишәмбе» халыҡ-ара мәрхәмәтлек көнөндә ҡатнашты. Улар бер көнлөк эш хаҡын Серафимовка балалар йорт-интернатына күсерергә хәл итте.
«Әле интернаттың ике корпусында ремонт бара. Депутаттар йыйған аҡсаға ремонтланған бүлмәләр яңы мебель менән йыһазландырыла, ҡорғандар, түшәк кәрәк-яраҡтары, балалар өсөн үҫтереүсе уйындар һатып алына. Был республикала көнкүреш, медицина хеҙмәтләндереүенә һәм социаль-мәҙәни яраҡлашыуға мохтаж инвалид балалар даими йәшәгән берҙән-бер дәүләт медик-социаль учреждениеһы. Әле бында 300-ҙән ашыу бала. Һәр береһе иғтибар һәм хәстәрлек талап итә», — тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
«Йомарт шишәмбе» халыҡ-ара мәрхәмәтлек көнө 2012 йылдан ноябрҙең һуңғы шишәмбеһендә 100-ҙән ашыу илдә уҙғарыла. Акцияла 300-ҙән ашыу төрлө ойошма ҡатнаша. Рәсәйҙә тәүге «Йомарт шишәмбе» 2016 йылда ойошторолдо. Ике йыл эсендә илебеҙҙә ошо хәйриәлек хәрәкәтенә 227 тораҡ пункттан 1 900-ҙән күберәк партнер ҡушылды, 3 500-ҙән ашыу хәйриә саралары үткәрелде.
http://www.bashinform.ru/news/1243726-v-shchedryy-vtornik-deputaty-gossobraniya-pomogli-serafimovskomu-detskomu-domu-internatu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика