12:12 (UTC+5), 27 Ноября 2018

Радий Хәбиров Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарына «Әсәлек даны» миҙалдарын тапшырҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләне. Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға республика наградаһы 20 йыл дауамында тапшырыла. Миҙалға өҫтәп һигеҙ мең һум самаһы аҡсалата премия бирелә. Әлеге көндә Башҡортостанда ете меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙҙың ошондай наградаһы бар.
Сираттағы сара уҙған йәкшәмбелә билдәләнгән Әсә көнө уңайынан уҙҙы. Бөгөн 44 гүзәл зат республика етәксеһе ҡулынан миҙал алды.
«Республикабыҙҙа 50 меңдән ашыу күп балалы әсә бар, дөйөм алғанда, улар 160 меңдән ашыу бала тәрбиәләй, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Был һуңғы ваҡытта киҫкен торған демографик мәсьәләне лә хәл итеүсе бик ҙур армия. Хеҙмәтегеҙ, матур балалар тәрбиәләүегеҙ, балаларҙың йылы, изге мөхиттә, һәйбәт кешеләр булып үҫеүе өсөн һеҙгә рәхмәт әйткем килә. Шуның өсөн алдығыҙҙа баш эйәм һәм оло рәхмәтемде белдерәм! Беҙ һеҙ һәйбәт йәшәһен өсөн күп көс һалырбыҙ. Беҙҙә һаулыҡ һаҡлау — тейешле кимәлдә, медицина хеҙмәтләндереүе — сифатлы, мәктәптәр — һәйбәт, уҡытыу — бер сменала, уҡытыусылар яҡшы булһын, балаларығыҙ спорт, мәҙәниәт менән шөғөлләнә алһын өсөн социаль инфраструктураны үҫтереүгә етди иғтибар бүлербеҙ. Тормошоғоҙҙо аҙ ғына булһа ла еңеләйтеү өсөн тырышырбыҙ, тип вәғәҙә бирәм. Беҙ — мин етәксе булараҡ, һәм республика етәкселеге — Башҡортостан иҡтисады һәйбәт эшләһен, ирҙәрегеҙ һәм аҙаҡтан балаларығыҙ лайыҡлы, яҡшы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш тапһын, яҡшы тормош эҙләп ситкә китмәһен, республикабыҙҙың шәп ул һәм ҡыҙҙары бында ҡалһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалырбыҙ».
http://www.bashinform.ru/news/1243659-radiy-khabirov-vruchil-zhitelnitsam-bashkirii-medali-materinskaya-slava-/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика