07:47 (UTC+5), 27 Ноябрь 2018

Баш ҡала туристары Хайнань «тоҙағына» эләккән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Жемчужная река» туроператоры менән Ҡытайҙың Хайнань утрауына ял итергә юлланған бер төркөм Өфө туристары ҡыйын хәлгә тарыған. Уларҙы аҡса түләгән отелдәренә урынлаштырмағандар, уның урынына һорау менән файҙаланмаған отелгә ебәргәндәр.
Кисә кискеһен Өфөнән 20-ләгән кеше Хайнанға килгән, отелгә үҙҙәре барған, ләкин уларҙы урынлаштырыуҙан баш тартҡандар.
«Беҙгә ниндәйҙер сәйер варианттар тәҡдим итәләр, был беҙҙе бөтөнләй ҡәнәғәтләндермәй! — тип һөйләне туристарҙың береһе Александр. — Тейешле урындан тиҫтәләрсә саҡрым алыҫлыҡтағы «һәйбәт» отелдәрҙә йәшәтергә уйлайҙар. Бер төркөм дуҫтарҙы ғына түгел, ғаиләләрҙе лә, мәҫәлән, әсә менән ҡыҙҙы, шулай уҡ ағай менән ҡустыны төрлө отелдәргә урынлаштырырға тырышалар! Төркөм Дадунхай районына бара, һәр кемдең үҙ сәбәбе бар: кемдер медицина үҙәктәренә, кемдер шопингка, кемдер күңел асырға, кемдер иҫтәлекле урындарҙың бер урында урынлашҡаны өсөн. Шуға күрә билдәле бер район, отель һайлап алынды, башҡа райондарға риза түгелбеҙ! Әлеге ваҡытта «Жемчужная река» бер ниндәй ҙә ҡарар ҡабул итмәгән. Мәсьәләне хәл итеүҙәрен, айырым гидтарҙы һәм компания вәкилдәрен көтәбеҙ. Шуны әйтеп үтәм: барыбыҙ ҙа дүрт көнгә килдек, бер көнөбөҙ юҡҡа сыҡты тиһәң дә була».
Бынан алда Новокузнецк, Ҡазан туристары ла ошондай хәлдә ҡалғайны. Шул уҡ ваҡытта гидтар «овербукинг»ка һылтана, тәүлек эсендә турист бер ҡайҙа ла урынлашмаһа, полиция саҡыртыу йәки илдән ҡыуыу менән янай.
Ҡыйын хәлгә тарығандар туристарға компанияны ентекле һайларға, әгәр ҙә юғарыла әйтелгән хәлдә ҡалырға тура килһә, шикле варианттарға ризалашмаҫҡа кәңәш итә.
http://www.bashinform.ru/news/1243444-turisty-iz-ufy-popali-v-lovushku-v-khaynane/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика