11:32 (UTC+5), 26 Ноября 2018

Радий Хәбиров әсәләре юл фажиғәһендә һәләк булған балаларға ярҙам күрһәтергә ҡушты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Уҙған дүшәмбе, 19 ноябрҙә, Ҡариҙел районында Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы трассаһының 73-сө саҡрымындағы юл-транспорт ваҡиғаһында алты кешенең, шул иҫәптән ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ҡатындың ғүмере өҙөлдө. Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ошо хаҡта белдерҙе.
«Һәләк булған ҡатындың 5 йәшлек улы менән 11 йәшлек ҡыҙы ҡалды. Балаларҙың атаһы быйыл август айында яҡты донъя менән хушлашҡан, йәғни улар бөтөнләй етем. Шуға бәйле беҙ республика Хөкүмәтенә уларға финанс ярҙамын күрһәтеү тәҡдимен индерҙек», — тине Фәрит Ғүмәров.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо хәлде контролгә алырға ҡушты.
«Ярҙам күрһәтеүегеҙҙе һәм быны тиҙерәк эшләүегеҙҙе һорайым», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.
Шулай уҡ ул балаларҙың артабанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды.
Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, уларҙы аталарының апаһы опекунлыҡҡа ала.
«Шарттар балаларҙы тәрбиәләргә мөмкинлек бирә. Улар Ҡариҙел районының Магинск ауылында йәшәйәсәк», — тине Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
Уҙған аҙнала республикала булған ғәҙәттән тыш хәлдәр хаҡында һөйләгәндә, Фәрит Ғүмәров түбәндәге мәғлүмәттәрҙе килтерҙе.
Бөтәһе 86 янғын теркәлгән, уларҙа өс кеше һәләк булған: Ҡариҙел, Туймазы райондарында һәм Өфөлә. Өсәүһе йәрәхәтләнгән. 32 кеше ҡотҡарылған.
Террор ғәмәле янауы тураһында 10 хәбәр килгән. Шартлатҡыс ҡоролмалар табылмаған.
Һыу объекттарында бер ваҡиға теркәлгән. 22 ноябрҙә Көйөргәҙе районының Асҡар ауылы янындағы һыу һаҡлағыста балыҡ тотҡан саҡта еңел автомобиль боҙ аҫтына киткән. Һәләк булыусылар юҡ. Машина һыуҙан сығарылған.
Республика клиник балалар дауаханаһында 11 йәшлек ҡыҙыҡай бишенсе ҡаттан ҡолап төшкән. Ул реанимацияла ята.
70 юл фажиғәһе булған.
21 ноябрҙә хайуандарҙың ҡотороу сире сығанағы табылыуға бәйле Бүздәк районының Кәпәй-Ҡыбау ауылында карантин индерелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1243072-radiy-khabirov-poruchil-okazat-pomoshch-detyam-mat-kotorykh-pogibla-v-massovoy-avarii-/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика