09:02 (UTC+5), 23 Ноября 2018

Төбәктә ял көндәрендә -25 градусҡаса һыуыта

Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә -25 градусҡа тиклем һыуыта. Был хаҡта республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы хәбәр итә.
24 ноябргә ҡарай төндә ҡыҫҡа ваҡытлы һалҡындың үтеп инеүе көтөлә. Һауа температураһы -14, -19, аяҙытҡанда -20, -25 градусҡаса түбәнәйә. Көндөҙ -6,-12 градус була. 25 ноябрҙә йылыта, төндә -7,-13, көндөҙ -4, -9 градусҡа тиклем.
Аҙна һуңында һәм ял көндәрендә республика биләмәһендә циклоник процестар йәнә әүҙемләшә. Ваҡыты менән ҡар яуыуы көтөлә. Шулай уҡ елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем көсәйгәндә буран сығыуы ихтимал. Ҡар яуғанда һәм буран сыҡҡанда юлдарға көрт һалыуы күҙәтелә, был иһә автотранспорттың хәрәкәт итеүен ҡатмарлаштыра.
Ошо көндәрҙә ҡар яуғандан һуң бөтә республика биләмәһендә ҡар япмаһы ятты. Быға тиклем ул көнсығыш райондарҙа ғына күҙәтелде. Быйыл ҡарҙың климатик сроктан 10-15 көнгә һуңыраҡ ятыуы билдәләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1242044-v-bashkirii-v-vykhodnye-pokholodaet-do-25-gradusov-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика