11:40 (UTC+5), 21 Ноября 2018

TERRA BASHKIRIA төбәк туристик брендтарының милли рейтингында беренсе урынды алды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостандың TERRA BASHKIRIA туристик бренды төбәк туристик брендтарының милли рейтингында беренсе урынды алды. «Ҡурсаулыҡтар һәм парктар» номинацияһында «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы өсөнсө урынға сыҡты. Бөрйәндең солоҡ балы «Рус тәм-томдары» номинацияһында иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде. Милли рейтингҡа ингән брендтар һаны буйынса, Башҡортостан (3 бренд) Белгород, Вологда, Воронеж, Ростов, Тверь, Ярославль өлкәләре һәм Мордовия менән 4-се урынды бүлеште. Рейтингтың йомғаҡлау таблицаһына дөйөм йыллыҡ килеме 5,5 миллиард һумдан ашыу булған 63 бренд инде.
«Рейтингта ҡатнашыу туризм йәки уға яҡын тармаҡтарҙа эшләгәндәргә федераль кимәлдә тағы ла бер тапҡыр үҙҙәре хаҡында белдереү йәки иҫкә төшөрөү өсөн шәп мөмкинлек бирә. Сөнки был брендты, ҡаланы, төбәкте үҫтереү өсөн бик яҡшы сара», — тип билдәләне «Отдых в России» журналы директоры Антон Семенов.
Милли рейтингка ингән брендтар һаны буйынса беренсе урынды Мәскәү өлкәһе (6 бренд) алды, икенселә - Ставрополь крайы (5 бренд), өсөнсө баҫҡысты Приморье крайы, Тула һәм Архангельск өлкәләре биләне.
http://www.bashinform.ru/news/1241198-terra-bashkiria-zanyala-pervoe-mesto-v-natsionalnom-reytinge-regionalnykh-turbrendov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика