10:08 (UTC+5), 21 Ноября 2018

Республиканың 100 йыллығына Шаран районында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә

building.bashkortostan.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө алып барыла. Объектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты 2019 йылдың октябренә билдәләнгән. Проект-смета документацияһы буйынса бина 45х27 метр күләмендәге спорт залынан һәм дүрт юлаҡлы 25х8,5 метрлыҡ йөҙөү бассейнынан тора.
«Тәү сиратта һауыҡтырыу комплексы мөһим, район балалары комплекстың асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Шаран районында һыу объекттары бик күп, ә халыҡтың күпселеге йөҙә белмәй», — тип аңлатма бирҙе социаль объект төҙөлә башлауға урындағы спорт комитеты белгесе Флүзә Абдрахманова.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, һаулыҡ һаҡлау комплексынан тыш, үҙләштерелгән биләмә сиктәрендә электр уты һүндерелгән осраҡҡа дизель-генератор ҡулайламаһы һәм блок ҡаҙанлығы урынлаштырыла. Автомобилдәр, шул иҫәптән халыҡтың аҙ хәрәкәт иткән төркөмө өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы туҡталҡалар ҡаралған.
Комплекс «Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект» программаһы сиктәрендә төҙөлә. Эштәрҙең заказсыһы - республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы.
http://www.bashinform.ru/news/1241130-k-100-letiyu-bashkirii-v-sharanskom-rayone-postroyat-fok/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика