11:35 (UTC+5), 20 Ноября 2018

Башҡортостан законһыҙ сүплектәрҙе юҡ итеү һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәйҙә 74-се урынды биләй

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Сүплектәрҙең интерактив картаһы» ресурсында Башҡортостанда йәшәүселәр 582 проблемалы объектты билдәләгән, шуларҙың 180-не генә бөтөрөлгән. Экологик проект сайтында билдәләнгән законһыҙ сүплектәрҙе юҡ итеү һөҙөмтәлелеге буйынса республика төбәктәр рейтингында 74-се баҫҡысты биләй.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Генераль йыйыштырыу» проекты эксперттары Ишембайҙа урынлашҡан рөхсәтһеҙ сүплектәр буйлап рейд үткәрҙе.
«Муниципаль предприятиеларҙың береһенең биләмәһендә рөхсәтһеҙ сүплек дөйөм өмәләрҙән һуң барлыҡҡа килгән, — тип билдәләне Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Генераль йыйыштырыу» проектының Башҡортостандағы координаторы Морат Шафиҡов. — Ҡалала йәшәүселәр уны kartasvalok.ru интерактив ресурсында билдәләгән. Беҙ унда көҙгө экологик акцияларҙың күптән тамамланыуына ҡарамаҫтан, тоҡтарға тултырылған сүп-сар өйөмөнөң һаман элекке урынында ятыуын күрҙек. Бер яҡтан, изге эш башҡарғандар, өмә ойошторғандар, ҡаланы тәртипкә килтергәндәр. Йыйылған сүп-сарҙы Ишембай эргәһендә урынлашҡан законлы полигонға сығарырға ғына ҡалған. Ләкин коммуналь хеҙмәткәрҙәр тоҡтарҙы етештереү майҙансығында ҡалдырып китеүҙе һәм был хаҡта онотоуҙы хуп күргән».
Яр-Бишҡаҙаҡ ауылындағы рөхсәтһеҙ сүплек тә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эксперттарында бик күп һорауҙар тыуҙырҙы, унда билдәһеҙ кешеләр сәнәғәт ҡалдыҡтарын ауыл уртаһындағы соҡорға ташлап киткән. Йәмәғәтселәр әйтеүенсә, был эзбиз, шул рәүешле улар ҙур булмаған сүплекте юҡ итергә уйлаған.
«Яр-Бишҡаҙаҡ ауылындағы рөхсәтһеҙ сүплекте контролгә алыу һәм ошо объекттың барлыҡҡа килеүен асыҡлау тәҡдиме менән мөрәжәғәттәрҙе тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһына һәм Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығына ебәрәбеҙ», — тип билдәләне эксперт.
«2024 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында» указда Владимир Путин хөкүмәт алдына етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары менән һөҙөмтәле эш итеү, шул иҫәптән ҡала сиктәрендә 2018 йылдың 1 ғинуарына асыҡланған барлыҡ рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөү бурысын ҡуйҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1240680-bashkiriya-po-effektivnosti-likvidatsii-nezakonnykh-svalok-zanimaet-74-mesto-v-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика