Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2018, 19:05

Республикала һанлы эфир тапшырыуҙарын башлау хаҡы 2,5 миллиард һум тәшкил итте

Олег Меньков
Олег Меньков
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда һанлы тапшырыуҙарҙы таратыу 95% тәшкил итә. Дүрт йыл эсендә 216 телевышка төҙөлгән. Бөгөн Башҡортостан телевидениеһының тарихи студияһында (2019 йылдың 1 мартында уға 60 йыл тула) республикала цифрлы тапшырыуҙар эшенә рәсми старт бирелде.
«Йыл аҙағына «Башҡортостан» Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының бөтә филиалдары цифрлы тапшырыуҙарға күсә һәм был бик мөһим мәл. Иң мөһиме — Башҡортостандың алыҫтағы райондарында йәшәгән барлыҡ тамашасылар ҙа тиерлек төбәк тапшырыуҙарын ҡарау мөмкинлеген аласаҡ», — тип билдәләне Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары Рифат Сабитов.
Һанға күсеү эштәренең хаҡы 2,5 миллиард һум тәшкил итте. Рәсәй телевизион һәм радиотапшырыуҙар селтәренең генераль директоры Андрей Романченко һүҙҙәренсә, Башҡортостанда бөтә цифрлы селтәр яңынан төҙөлгән, 216 объекттың барыһы ла өр-яңы.
«Федераль маҡсатлы программа башланғансы халыҡтың 40% — дүрт канал, ә 25% ике канал ҡарай ала ине. Хәҙер иһә халыҡтың 100% тиерлек цифрлы сифатта 20 канал ҡарау мөмкинленә эйә була», — тип билдәләне Андрей Романченко.
«Башинформ» акционерҙар йәмғиәтенең Директор советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының киләсәге тураһында һорауға яуап биреп, каналдың үҫешәсәген һәм барыһы ла яҡшы буласағын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, муниципаль телеканалдар ҙа ярҙам талап итә, уларҙы ла үҫтерергә, техник һәм профессиональ яҡтан мәғлүмәт еткереүҙең яңы форматына күсерергә кәрәк.
Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының Башҡортостан филиалы һанлы тапшырыуҙар форматына 2015 йылдың 20 апрелендә күсте. Ағымдағы йылдың апреленән «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында «Рәсәй-1», «Рәсәй-24» һәм «Рәсәй радиоһы» каналдарында урындағы теле- һәм радиотапшырыуҙарҙың өҫтәлмәһе барлыҡҡа килде. Өфөләге телеүҙәктә яңы цифрлы аппарат-студия блогы төҙөлдө, заманса ҡорамал һатып алынды.
Цифрға күсеү 2019 йылдың 11 февраленән башлана. Ул 10 июндә тамамланырға тейеш. Рәсәйҙәр һанлы тапшырыуға күскәндән һуң илдең бөтә биләмәһендә тиерлек Беренсе канал, Рәсәй-1, Матч ТВ, НТВ, Петербург-5 канал, Рәсәй-Мәҙәниәт, Рәсәй-24, Карусель, ОТР, ТВ Центр-Москва, РЕН ТВ, Спас, СТС, Домашний, ТВ-3, Пятница, Звезда, Мир, ТНТ, Муз-ТВ телеканалдарын һәм «Вести ФМ», «Рәсәй радиоһы», «Маяҡ радиоһы» радиоканалдарын юғары сифатта бушлай ҡарай ала.
Федераль телеканалдарҙың һанға күсеү үҙенсәлектәре хаҡында «Башинформ» агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1240341-stoimost-zapuska-tsifrovogo-efirnogo-veshchaniya-v-bashkirii-sostavila-2-5-mlrd-rubley/
Читайте нас: