07:30 (UTC+5), 19 Ноября 2018

Радий Хәбиров юл фажиғәләрендә кешеләр күпләп һәләк булғандан һуң «республиканы аяҡҡа баҫтырырға» тәҡдим итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 19 ноябрҙә республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһен Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең докладынан башланы. Тимур Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, уҙған аҙнала (2018 йылдың 12-18 ноябрендә) республика юлдарындағы автоһәләкәттәрҙә 14 кешенең ғүмере өҙөлгән, 87-һе йәрәхәтләнгән.
«Һауа шарттарының ҡапыл насарайыуы, боҙлауыҡ булыуы һәм боҙло ямғыр яуыуы сәбәпле юл-транспорт ваҡиғаларының һаны артты. 17 ноябрҙә республика юлдарында һигеҙ кеше һәләк булды», — тине Тимур Мөхәмәтйәнов.
Башҡортостан етәксеһе Башгидрометүҙәк вәкилдәренән дә республика халҡын яҡынлашып килгән боҙло ямғыр хаҡында алдан иҫкәртеү һәм ошондай күп ҡорбандарға юл ҡуймау мөмкин түгел инеме, тип хәлде аңлатыуҙарын һораны.
«Был күренеште алдан фаразлау ауыр. Беҙ уны факт буйынса ғына күрә алабыҙ, — тип билдәләне оператив кәңәшмәлә синоптик. — Шуны ғына әйтә алам: шәмбе көндө күҙәтелгән күренеш бөтә ерҙә лә булды, ләкин ултырмалар күләме буйынса 5 миллиметрҙан ашманы, шуға күрә «шторм» тураһында хәбәр ебәрмәнек».
Радий Хәбиров хәбәр итеү параметрҙарын яңынан ҡарауҙарын һораны һәм «һигеҙ мәйет йыйып йөрөгәнсе, республиканы аяҡҡа баҫтырыу яҡшыраҡ», тине.
17 ноябрҙә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә насар һауа шарттарына бәйле хәрәкәтте сикләргә ҡушты.
http://www.bashinform.ru/news/1240211-radiy-khabirov-posle-massovoy-gibeli-lyudey-v-dtp-predlozhil-stavit-respubliku-na-ushi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика