11:05 (UTC+5), 19 Ноября 2018

Башҡортостанда 10 декабргә тиклем барлыҡ боҙ ҡаласыҡтары асыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 10 декабргә тиклем Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында боҙ ҡаласыҡтары асыла. Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлыҡтары өсөн ваҡыт билдәләне.
«Министрлыҡ бөтә муниципаль райондарға, ҡалаларға һәм округтарға Яңы йыл байрамдарын уҙғарыу урындарын техник яҡтан әҙерләүгә, биҙәүгә һәм иллюминациялар, һындар, шыршылар ҡуйыуға йүнәлтелгән пландар, саралар тураһында мәғлүмәт ебәрҙе», — тине Михаил Киреев.
Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә байрамдың яҡынлашыуын тойһон өсөн яңы йыл мөхитен булдырыуҙы һораны.
«Өфөлә Зәки Вәлиди урамында учреждениебыҙ бар. Унда ике шыршы тора. Уларҙы гирляндалар менән биҙәгәндәр. Оят бит, — тине Радий Хәбиров. — Был бик арзан, уға ғына аҡса барҙыр, тип уйлайым. Интернетҡа инеп ҡарағыҙ. Быны матур итеп эшләгеҙ. Яңы йыл бит».
Бынан алда Радий Хәбиров республиканы Яңы 2019 йылды байрам итеүгә әҙерләү бурысын ҡуйғайны.
http://www.bashinform.ru/news/1240271-v-bashkirii-do-10-dekabrya-otkroyutsya-vse-ledovye-gorodki-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика