12:36 (UTC+5), 16 Ноября 2018

Радий Хәбиров: Барыһы өсөн дә әсәйҙәргә бурыслыбыҙ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. «Беҙ барыһы өсөн дә әсәйҙәргә бурыслыбыҙ. Был билдәле хәҡиҡәтте һәр кем яҡшы белә. Әсәйҙәр беҙгә йәшәү, һөйөү, йылылыҡ бүләк итә. Әсә наҙы, тәрән аҡылы, хәстәрлеге һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлана», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Әсә көнөнә һәм республикала Ғаилә йылына йомғаҡ яһауға арналған тантаналы сарала.
Уның һүҙҙәренсә, «йылдар үткән һайын әсә хеҙмәтенең һәм ата-әсә һөйөүенең баһалап бөткөһөҙ икәнлеген тойоу арта ғына, беҙ бөтә күңелебеҙ менән әсәйҙәрҙең иҫән-һау булыуын, оҙаҡ йәшәүен, һәм, бала саҡтағы кеүек, аҡыллы кәңәштәре менән изге эштәргә дәртләндереүен теләйбеҙ».
«Башҡортостанда элек-электән күп балалы һәм ейән-ейәнсәрле ҙур ғаилә бәхет һәм яҙмыш бүләге булараҡ ҡабул ителгән. Бөгөн республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында күп балалыҡ кимәле буйынса беренсе урында тора. Беҙҙә ошондай 50 ғаилә йәшәй, уларҙа 160 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә. Республикала ғаиләләрҙе яҡлау сәйәсәтен дауам итербеҙ һәм тағы өҫтәмә саралар ҡабул итербеҙ», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Радий Хәбиров балалар өсөн инфраструктураны үҫтереүгә — мәктәптәр, поликлиникалар, белем усаҡтарын төҙөүгә бәйле мәсьәләләрҙе шәхси контролгә алыуы хаҡында һөйләне. Төбәк башлығы шулай уҡ 2019 йылда Башҡортостан Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең сираттағы съезын ҡабул итәсәген билдәләне. Форум әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау эшендә тәжрибә алмашыу майҙансығы буласаҡ.
Республика етәксеһе 9-сы «Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие» республика конкурсы еңеүселәренә дипломдар тапшырҙы. Быйыл «Лукойл-Уралнефтепродукт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, баш ҡаланың «Молния» ғилми-етештереү предприятиеһы һәм 18-се дауаханаһы үҙ номинацияларында тәүге урындарҙы яуланы. Был ойошмаларҙа ҡатын-ҡыҙҙар һөнәри һәм ғаилә бурыстарын һөҙөмтәле файҙаланһын өсөн уңайлы шарттар булдырылған.
http://www.bashinform.ru/news/1239247-radiy-khabirov-vsem-khoroshim-chto-est-v-nas-my-obyazany-materyam/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика