10:00 (UTC+5), 16 Ноябрь 2018

Өфө Рәсәй ҡалалары араһында таҙалыҡ буйынса 52-се урынды биләй

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй ҡалалары араһында Өфө таҙалыҡ рейтингында 52-се (миллионлы ҡалалар араһында бишенсе) урынды биләй. Тикшереүҙе Domofond.ru күсемһеҙ милек порталы белгестәре үткәргән һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ҡаланың таҙалығын 6,2 балға баһалауын асыҡлаған. Респонденттарға «Минең районымда таҙа, сүп-сарҙы ваҡытында түгәләр» фекерен 1-ҙән алып 10-ға тиклемге шкала буйынса баһаларға тәҡдим иткәндәр, унда 1— «тулыһынса риза түгелмен», ә 10 «тулыһынса ризамын» тигәнде аңлата. Һәр ҡала өсөн уртаса балл иҫәпләнгән, ул халыҡтың райондарҙың таҙалығы һәм сүп-сарҙы ваҡытында сығарыуҙары менән ҡәнәғәтлек дәрәжәһен сағылдыра», — тип аңлатты белгестәр.
Миллионлы ҡалалар араһында беренсе урында — Краснодар. Артабан Мәскәү, Ҡазан һәм Санкт-Петербург килә. Рәсәйҙең иң таҙа ҡалалары иҫәбенә Анапа, Сорғот һәм Саранск ингән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Өфөлә таҙалыҡ менән шөғөлләнергә кәрәк» тип билдәләгәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1239230-ufa-zanyala-52-mesto-po-chistote-sredi-gorodov-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика