11:34 (UTC+5), 16 Ноября 2018

Өфөнән Зәйнетдиновтар ғаиләһе Башҡортостанда социаль яҡтан иң әүҙем ғаилә тип танылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Республикабыҙҙа билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ғаиләһе Башҡортостанда социаль яҡтан иң әүҙем ғаилә тип танылды. Улар «Өлгө ал» республика конкурсында еңеү яуланы. Унда Башҡортостандың 43 ҡала һәм районынан йәмғиәткә файҙа килтергән, ауылды, ҡаланы йәки районды үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән 107 ғаилә ҡатнашты. Барлыҡ ғаилә ағзаларының социаль яҡтан әүҙем булыуы төп шарттарҙың береһе ине. Ғаиләләр өс этапта интернетта тауыш биреү юлы менән, шулай уҡ Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова етәкселегендәге махсус комиссия тарафынан һайлап алынды.
«Бөгөн бөтә ғаиләләр ҙә еңеүсе. Барығыҙ ҙа шундай матур, ижади һәм әүҙем. Һеҙҙең хаҡта фильмдар төшөрөргә, мәҡәләләр яҙырға кәрәк. Булғанығыҙ өсөн рәхмәт», — тине Анна Кузнецова, финалға сыҡҡан ғаиләләргә мөрәжәғәт итеп.
Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Зәйнетдиновтар ғаиләһенә автомобиль һатып алыу өсөн 600 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Конкурстың финалына сыҡҡан башҡа ғаиләләрҙең балалары, ҡиммәтле бүләктәрҙән тыш, «Орленок» халыҡ-ара балалар мәғариф үҙәгендә ял итеүгә сертификаттар менән бүләкләнде.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов «Башинформ» агентлығына ғаиләһенең конкурста еңеүенә өмөтләнеүе, ләкин сәхнәнән иғлан иткәнсе быға ышанмауы хаҡында һөйләне.
«Ошондай исемгә лайыҡ булыу ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, ғаиләбеҙ өсөн сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа тауыш бирҙе. Әлбиттә, бында тәү сиратта тормош иптәшем Гөлгөнәнең һәм ҡыҙҙарыбыҙ Ләйсән менән Илүзәнең, улыбыҙ Азаматтың өлөшө ҙур. Беҙҙең өсөн тауыш биргәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Үҙебеҙгә һәм башҡаларға халыҡтың мәҙәниәтебеҙҙе хуплауын һәм уның үҫешеүен иҫбатланыҡ. Башҡортостанда йәшәүселәр күрһәткән ошо ҙур ышанысты аҡларға тырышырбыҙ», — тине Зәйнетдиновтар ғаиләһе башлығы.
http://www.bashinform.ru/news/1239356-semya-zaynetdinovykh-iz-ufy-priznana-samoy-sotsialno-aktivnoy-v-bashkirii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика