05:02 (UTC+5), 15 Ноября 2018

Өфөлә тағы бер яңы йыл шыршыһы ҡуйылды

Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөлә Яңы 2019 йылға әҙерлек дауам итә. Совет районынан һуң баш ҡалала тағы бер яңы йыл шыршыһы барлыҡҡа килде. Уны Октябрь районында «О'кей» гипермаркеты алдында ҡуйғандар.
«Шулай уҡ «Июнь» сауҙа-күңел асыу үҙәге алдында шыршының каркасы әҙерләнә. Урман һылыуҡайҙары ун бер сауҙа предприятиеһы алдындағы майҙанды биҙәргә тейеш. Ленин майҙанында, Спорт һарайы алдында, Ҡашҡаҙан паркында һәм Нуғай биҫтәһендә боҙ ҡаласыҡтары төҙөлә», — тип хәбәр иттеләр Октябрь районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда төп яңы йыл шыршыһының 21 декабрҙә ойошторолоуы хаҡында хәбәр иткәйне. Указға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.
http://www.bashinform.ru/news/1238529-v-ufe-ustanovili-eshche-odnu-novogodnyuyu-elku/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика