07:14 (UTC+5), 15 Ноябрь 2018

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңы «Республика LIVE» проектын башлай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан юлдаш телеканалы яңы проект башлай: «Республика LIVE». Телевизион тапшырыуҙың тәүге сығарылышы кесаҙна, 15 ноябрҙә, киске сәғәт 10-да эфирға сыға.
Был – Башҡортостан телевидениеһы өсөн үҙенсәлекле проект. Тамашасылар тәүге тапҡыр республика етәксеһенең кадр артында ҡалған эше менән таныша ала. Ижади төркөм Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусыны республика ҡалалары һәм райондары буйлап эш сәфәрҙәрендә оҙатып йөрөй. Ҡағиҙә булараҡ, телевидениела бындай сәфәрҙәр яңылыҡтар сығарылышында яҡтыртыла һәм бик аҙ мәғлүмәтте үҙ эсенә ала. «Республика LIVE» программаһында төбәк башлығының эше киңерәк форматта һәм икенсерәк яҡтан күрһәтелә: Радий Хәбиров халыҡ менән нисек, нимә хаҡында аралаша, урындағы чиновниктарға ниндәй бурыстар ҡуя, республика буйлап сәфәрҙән һуң ниндәй һығымталар яһай. Ошо һәм башҡа һорауҙарға республика етәксеһе проектты алып барыусы Елена Прочаковская менән аралашыу барышында яуап бирә.
«Радий Хәбиров эш башлауының тәүге көндәренән алып халыҡ менән үҙ-ара эш итеү өсөн барлыҡ аралашыу төрҙәрен файҙаланыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Телевидение бөгөн ныҡ талап ителгән мәғлүмәт алыу ысулы булып тора. Ләкин Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының ҙур интервью бирергә ваҡыты юҡ – урындарҙа уның иғтибарын талап иткән киҫкен мәсьәләләр байтаҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала республика башлығының матбуғат секретары Фәнүр Йәғәфәров. – Шуның менән бергә беҙ төбәк етәксеһе менән аралашыуға ихтыяж булыуын аңлайбыҙ. Был республика халҡының социаль селтәрҙәге хәбәрҙәренең күп булыуынан да күренә. Шуға күрә «Республика LIVE» – әлеге ваҡытта иң ҡулай проект».
«Республики LIVE» тапшырыуының тәүге сығарылышы Радий Хәбировтың республиканың төньяҡ-көнсығышына сәфәренә бағышланған.
http://www.bashinform.ru/news/1238482-nelekanal-bst-zapuskaet-novyy-proekt-respublika-live/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика