08:01 (UTC+5), 14 Ноябрь 2018

Бер тәүлектә Өфө аэропортына ватандаштарыбыҙҙың исеме өсөн 9 меңдән ашыу кеше тауыш биргән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Тотош илдә «Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» проектында тауыш биреү бара, ул 12 ноябрҙә башланды. Теләгән һәр кем илдең 47 аэропортының береһенә, шул иҫәптән Өфөләгеһенә исем һайлай ала.
Өфө аэропортына дәғүә иткән исемдәр: ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, халыҡ шағиры, яҙыусы Мостай Кәрим һәм башҡорттарҙың милли батыры Салауат Юлаев.
Бер тәүлек эсендә великиеимена.рф сайтында Өфө аэропорты өсөн 9 155 кеше тауыш биргән: 5 147-һе — Муса Гәрәевҡа, 1 493-ө — Мостай Кәримгә һәм 2 515-е — Салауат Юлаевҡа. Тауыш биреү һөҙөмтәләре Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-нән дә һуңға ҡалмайынса тәүлегенә бер тапҡыр яңыртып торола.
Алдан хәбәр ителгәнсә, теләгән һәр кем дөйөм исемлектәге бер аэропортты һайлап, «бер тауыш – бер аэропорт – бер исем» принцибы буйынса бер исем өсөн тауыш бирә ала. Тауыш ҡалдырыу өсөн ойоштороусылар тәҡдим иткән ысулдарҙың береһен файҙаланырға кәрәк:
- великиеимена.рф сайтында,
- проекттың социаль селтәрҙәрендә,
- 8-800-707-93-17 һанына шылтыратырға,
- «Аэрофлот» компаниялар төркөмө самолеттары бортында һәм «Еңеү ирекмәндәре» стационар нөктәләрендә анкета тултырырға.
Рәсәй аэропорттарына бирелергә тейешле исемдәр 2018 йылдың 5 декабрендә билдәле була.
http://www.bashinform.ru/news/1238031-za-imena-sootechestvennikov-dlya-aeroporta-ufy-za-sutki-progolosovalo-bolee-9-tysyach-chelovek/
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика