09:51 (UTC+5), 14 Ноябрь 2018

Башҡортостанда прокуратура «балыҡ» браконьерлығына ҡаршы көрәш операцияһы тураһында иғлан итте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуроры тәҡдиме Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә хуплау тапты. Хәҙер Башҡортостан биләмәһендә йыл һайын, 15 апрелдән 15 июнгә тиклем, «Ыуылдырыҡ» операцияһы ойошторола. Был балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән осорҙа браконьерлыҡҡа ҡаршы комплекслы көрәш алып барыу өсөн кәрәк – ошо ваҡытта ҡануниәт балыҡ тотоуға өҫтәмә сикләүҙәр индерә.
Төбәктең күҙәтеү ведомствоһы мәғлүмәттәренә ярашлы, һыу объекттарынан тыш, балыҡ ризыҡтары һатылған урындарҙа тикшереүҙәр уҙғарыу күҙаллана. Шулай уҡ балыҡҡа ветеринария документтарын тултырғанда ла контроль көсәйтелә. Рейдтарға тәбиғәтте һаҡлау органдарын, ветеринария хеҙмәттәрен һәм муниципаль властарҙы йәлеп итергә теләйҙәр.
Тәбиғәтте һаҡлау прокурорының башланғысын хуплап, төбәк хөкүмәте «Яҙ көнө ыуылдырыҡ сәсеү осоронда Башҡортостан Республикаһының һыу объекттарында биологик ресурстарҙы һәм уларҙың йәшәгән мөхитен йыл һайын контролдә тотоу, күҙәтеү һәм һаҡлауҙы көсәйтеү саралары тураһында» ҡарар ҡабул итте.
http://www.bashinform.ru/news/1238251-v-bashkirii-prokuratura-obyavila-o-ezhegodnoy-operatsii-po-borbe-s-rybnym-brakonerstvom/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика