09:28 (UTC+5), 12 Ноября 2018

Башҡортостандың Оло Ыҡтамаҡ ауылында күп балалы ғаиләләр өсөн биҫтә төҙөйҙәр

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында ишле ғаиләләр өсөн биҫтә төҙөйҙәр. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 10 ноябрҙә эш сәфәре менән республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында булды.
Оло Ыҡтамаҡ ауылында «Көнсығыш» биҫтәһен төҙөү күҙаллана. Бында 404 ер участкаһы бүленгән, уларҙың 283-ө — күп балалы ғаиләләргә, 35-е — йәш белгестәргә, 8-е — инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин Радий Хәбировҡа һыу һәм газ тәьминәтенең булмауы сәбәпле төҙөлөштөң әкренәйеүе хаҡында һөйләне. «Көнсығыш» биҫтәһен газ менән тәьмин итеү буйынса проект-эҙләнеү эштәре башҡарылған, дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһы бар. Радий Хәбиров район властарына тейешле процедуралар үткәреүҙе һуҙмаҫҡа ҡушты һәм республика кәрәкле аҡса бүләсәк тип вәғәҙәләне.
Бында төбәк етәксеһенә яңы балалар баҡсаһы төҙөү проектын да күрһәттеләр. Уның хаҡы — 80 миллион һумдан ашыу.
Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы башҡорт гимназияһында Радий Хәбиров 6-сы класс уҡыусылары фанеранан һындар юныу менән шөғөлләнгән хеҙмәт кабинетына инде. Республика етәксеһе уҡытыусы һәм балалар менән аралашҡанда үҙенең мәктәп йылдарын хәтеренә төшөрҙө һәм класташтары менән ағастан тыш, башҡа материалдарҙан төрлө әйберҙәр яһауын һөйләне.
«Игәү менән дә эшләргә тура килде», — тине төбәк башлығы һәм балаларға уҡыуҙарында уңыштар теләне.
http://www.bashinform.ru/news/1236748-v-bashkirii-v-sele-bolsheustikinskoe-postroyat-mikrorayon-dlya-mnogodetnykh-semey-/
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика