09:07 (UTC+5), 12 Ноября 2018

Баш ҡала аэропорты кемдең исемен йөрөтөргә тейеш

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө аэропортына хәрби летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, халыҡ шағиры, яҙыусы Мостай Кәрим йәки башҡорттарҙың милли батыры Салауат Юлаевтың исеме бирелеүе мөмкин. Был хаҡта ТАСС агентлығындағы матбуғат конференцияһында Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең генераль директоры Валерий Федоров хәбәр итте. Журналистар менән осрашыу «Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» конкурсының йомғаҡлау этабы башланыуға арналды.
Тәүге өс исем йыйылған тауыштар һаны буйынса түгел, ә алфавит буйынса аталды, тип билдәләне Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы секретары Валерий Фадеев.
«Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» Бөтә Рәсәй проектында тауыш биреү бөгөн, 12 ноябрҙә, башланды. Теләгән һәр кем илдең 47 аэропортының береһенә, шул иҫәптән Өфөләгеһенә исем һайлай ала.
Тауыш биреү өсөн ойоштороусылар тәҡдим иткән ысулдарҙың береһен файҙаланырға:
- великиеимена.рф сайтында,
- проекттың социаль селтәрҙәрендә,
- 8-800-707-93-17 һанына шылтыратырға,
- «Аэрофлот» компаниялар төркөмө самолеттары бортында һәм «Еңеү ирекмәндәре» стационар нөктәләрендә анкета тултырырға мөмкин.
Рәсәй аэропорттарына бирелергә тейешле исемдәр 2018 йылдың 5 декабрендә билдәле була.
http://www.bashinform.ru/news/1237267-nazvan-short-list-imen-pretendentov-dlya-prisvoeniya-ufimskomu-aeroportu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика