05:51 (UTC+5), 12 Ноябрь 2018

2020 йылда Дыуан районында ике яңы мәктәп үҙ ишектәрен аса

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.
Башҡортостандың Дыуан районында 2020 йылда ике яңы мәктәп үҙ ишектәрен аса. Уларҙың береһе - районда иң ҙур ауылдарҙың береһе булған Таҙтүбә халҡы өсөн күптән көтөлгән бүләк. 1974 йылда һалынған урындағы мәктәптә 150-гә яҡын бала уҡый. Белем усағының бер өлөшө авариялы тип танылған. Мәктәпкә күҙ йөрөтөп кенә сыҡҡанда ала артабан балаларҙы ошондай мәктәптә уҡытыуҙың хәүефле икәнен күрһәтә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төньяҡ-көнсығыш райондарға эш сәфәре барышында шуға иғтибар итте. Республика етәксеһе Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиевҡа проект эштәрен оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты.
«Беҙ балалар 2020 йылдың 1 сентярендә үк заманса, уңайлы мәктәпкә бара алһын өсөн Таҙтүбә ауылында яңы белем усағын төҙөүҙе республиканың адреслы инвестиция программаһына индерербеҙ», — тине төбәк етәксеһе.
Таҙтүбә мәктәбе директоры Елена Иванова әйтеүенсә, улар был ваҡиғаны күптән көтә.
«Балаларыбыҙ спорт менән әүҙем шөғөлләнә, уҡыуҙа ла күрһәткестәре һәйбәт, сығарылыш уҡыусыларының 50 проценттан ашыуы юғары уҡыу йорттарына инә, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төп өлөшө ҡалала төпләнә», — ти Елена Иванова.
Бәлки, яңы мәктәп йәштәрҙе ауылға ҡайтарырға булышлыҡ итер, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Озеро ауылындағы белем биреү учреждениеһы тағы ла аяныслыраҡ хәлдә. Ул Һикәяҙ урта мәктәбенең филиалы булып тора. Бина уҙған быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән. Ошо ваҡыт эсендә иҙән, түбә ҡот осҡос хәлгә килгән, ағас япмалар серегән тиерлек, спорт залы ла ауыр тәьҫир ҡалдыра. Бина ла авариялы һәм уҡытыу өсөн яраҡһыҙ тип табылған. Белем усағы директоры Татьяна Галстян Радий Хәбировтан яңы мәктәп төҙөү мәсьәләһендә ярҙам күрһәтеүҙәрен һораны. Төбәк башлығы уҡытыусылар менән аралашҡандан һуң уларҙың үтенесен хупланы һәм ошо ауылдағы мәктәп төҙөлөшөн 2020 йылға республиканың адреслы инвестиция программаһына индерергә ҡушты.
http://www.bashinform.ru/news/1236837-v-bashkirii-v-duvanskom-rayone-v-2020-godu-poyavyatsya-dve-novye-shkoly/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика