Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2018, 10:05

Республикала төп Яңы йыл шыршыһы 21 декабрҙә үтә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Радий Хәбиров «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2019 йылды байрам итеү тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы республикала Яңы йыл шыршыһы 21 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Байрамға, ғәҙәттәгесә, уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, төрлө фестивалдәр лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙең балалары һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар саҡырыла. Улар өсөн Өфөлә өс көнлөк ял ойошторола. Республиканың төп шыршы байрамында ҡатнашыусыларға Яңы йыл бүләктәре тапшырыла. Уларҙы шулай уҡ биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең балалары ала.
Бынан тыш, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етем, профессиональ белем биреү учреждениеларында белем алған балаларға матди ярҙам күрһәтергә ҡушылған.
Район һәм ҡала хакимиәттәренә үҙ һәм йәлеп ителгән аҡса иҫәбенә биләмәләрендә балаларҙы саҡырып, етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, балалар йорттарында, социаль приюттарҙа һәм интернаттарҙа тәрбиәләнеүсе балаларға, инвалидтарға бүләктәр тапшырыу менән байрам тамашаһы ойоштороу йөкмәтелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1236070-v-bashkirii-glavnaya-novogodnyaya-elka-proydet-21-dekabrya/
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: