12:32 (UTC+5), 09 Ноября 2018

Өфөлә иң яҡшы йәш ғаиләне һайлайҙар

Өфө хакимиәте
Өфө хакимиәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Быйыл көҙ Өфөлә 20-се тапҡыр иң яҡшы йәш ғаиләне һайлайҙар. Финалға эләгеү һәм конкурста еңеү өсөн ғаиләләр тәүҙә үҙ райондарында һайлап алыу турын уҙҙы. Ете ғаилә: Фазылйәновтар (Дим районынан), Ғариповтар (Калинин), Вәлиәхмәтовтар (Киров), Крючковтар (Ленин), Литовченколар (Октябрьский), Фәйзуллиндар (Орджоникидзе) һәм Сухаревтар (Совет) 11 һәм 12 ноябрҙә Конгресс-холда «Йәш ғаилә-2018» смотрында сығыш яһау хоҡуғын алды.
Беренсе көндә көндөҙгө сәғәт 2-лә дәғүәселәр интеллектуаль бәйгелә көс һынаша, ул «Квиз, плиз!» күңел асыу ярышын үҙ эсенә ала, шулай уҡ ғаилә гербын төшөрөү, караокела йырлау ҡаралған. Икенсе көндә киске сәғәт 7-лә концерт залында «Ғаилә дефилеһы» менән таныштырыу була.
Еңеүселәр Өфө намыҫын республика кимәлендә яҡларға тейеш. Уҙған йылда конкурстың Гран-прийын Орджоникидзе районынан Ғәниевтар алды.
http://www.bashinform.ru/news/1236052-v-ufe-vyberut-luchshuyu-moloduyu-semyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика