08:01 (UTC+5), 08 Ноября 2018

Радий Хәбиров Урал аръяғына сәфәре барышында бергәләп фотоға төшкән малайға бүләктәр ебәргән

Олег Яровиков, Хызыровтар ғаиләһенең шәхси архивынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән кескәй Рамаҙан Хызыров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтан бүләктәр алды. Биш йәшлек бала республика етәксеһе менән уның Урал аръяғына сәфәре барышында танышҡан.
Агентлыҡҡа баланың әсәһе Әлиә Хызырова һөйләүенсә, төбәк башлығының кортежы уларҙың өйө алдына килеп туҡтаған мәлдә Рамаҙан урамда йөрөгән. Радий Хәбиров баланың янына килеп, уның исемен, ҡайҙан икәнлеген һораша башлаған. Аҙаҡ әсәһе асыҡлауынса, малай таныш булмаған ағайҙан «Киндер сюрприз» һатып алыуын үтенгән. Әлбиттә, бала был көндө кем менән танышыуын аңлап етмәгән. Һуңынан малайға уның Башҡортостан етәксеһе булыуын һөйләгәндәр.
Бер нисә көн элек Рамаҙанға яңы танышынан бүләктәр алып килделәр. Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы үҙенең ҡултамғаһы менән уларҙың бергә төшкән фотоһын, конструктор, ә уның өс йәшлек һеңлеһенә ҡурсаҡ ебәргән. Сабыйҙар бүләктәргә бик ҡыуанған, ә республика етәксеһе менән икеһенең фотоһы өй түрендә урын алған.
Хәҙер Рамаҙан «Кем булырға теләйһең?» тигән һорауға «Президент!» тип ғорур яуаплай.
http://www.bashinform.ru/news/1235289-radiy-khabirov-prislal-podarki-malchiku-s-foto-iz-poezdki-po-abzelilovskomu-rayonu-/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика