16:05 (UTC+5), 08 Ноябрь 2018

Башҡортостан ауылдарында кадрҙар булмауы сәбәпле 125 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләмәй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда 2064 фельдшер-акушерлыҡ пунктының 125-е кәрәкле белгестәр булмауы арҡаһында эшләмәй. Уларҙың 72-һе - авария хәлендә, 152 фельдшер-акушерлыҡ пунктында шәфҡәт туташтары ғына эш алып бара. Пункттарҙың 80% ҡуртымға алынған биналарҙа урынлашҡан. Дәүләт Йыйылышының Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты ултырышында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Рафаэль Яппаров ошондай һандар менән таныштырҙы.
Әлеге ваҡытта 100-гә тиклем кеше йәшәгән 108 ауылда 5300 кеше беренсел табип ярҙамын алыуҙан мәхрүм. Уларға медицина ярҙамын күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттарында ойоштороу күҙаллана. Башҡортостандың 2000-гә тиклем кеше йәшәгән ете ауылында федераль бюджет иҫәбенә тәүге тапҡыр модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары һалына.
Тармаҡтағы тағы ла бер проблема — кадрҙарҙың йыш алмашыныуы. Әйтәйек, 2017 йылда 1770 белгес медицина хеҙмәткәрҙәре сафын тулыландырған, ә 1433 табип эштән киткән. Медиктарҙың 23% — пенсия йәшендә. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарында был һан юғарыраҡ — 40% пенсионер.
«Йәш табиптар эш хаҡының түбәнлеге һәм торлаҡ юҡлығы арҡаһында ауыл еренә эшкә ҡайтырға ашыҡмай. Ауылда фельдшерҙың хеҙмәт хаҡы ни бары 15 мең һум ғына, ә район дауаханаларында шәфҡәт туташтары 30 мең һумға тиклем ала. 2012 йылдан республикала 1321 табип «Ауыл табибы» програмаһында ҡатнашҡан, ләкин уларҙың 200-ө генә муниципаль берәмек хакимиәттәре булышлығында үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшырта алған», — тип билдәләне Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы.
Ошо программа буйынса йәлеп ителгән 170 табип хеҙмәт килешеүен өҙгән, 23-ө биш йылға иҫәпләнгән контракттан һуң эшенән киткән. Медиктарҙы ауыл ерендә ҡалдырыу район хакимиәттәренә төрлө алымдар менән торлаҡ мәсьәләләрен хәл итергә, мәҫәлән, йорт һалыу йәки фатир һатып алыу өсөн субсидиялар бүлергә кәрәк, тип иҫәпләй Рафаэль Яппаров.
«Муниципаль кимәлдә йәш кадрҙарҙың торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү буйынса комплекслы программа әҙерләү зарур тип иҫәпләйбеҙ. Тәжрибә күрһәтеүенсә, хакимиәттәр яңы килгән медицина хеҙмәткәрҙәренең социаль мәсьәләләрен хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан муниципаль райондарҙа кадрҙарға бәйле хәл яҡшыраҡ», — тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы.
Ләкин субсидия алған табиптар ҙа ауылдан китә. Бының сәбәбе ниҙә — ошо хаҡта «Башинформ» агентлығының «Ни өсөн миллионер табиптар Башҡортостандың ауыл дауаханаларынан китә» материалында уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1235531-125-fapov-v-bashkirii-stoyat-pustymi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика