13:00 (UTC+5), 07 Ноября 2018

Роспотребнадзор: Башҡортостанда грипп эпидемияһы 2019 йылдың февраль-мартында көтөлә

Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Алдағы ҡыш Башҡортостанда урта көсөргәнешлелекле һәм ҡатнаш этиологиялы киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы эпидемияһы көтөлә. Ноябрҙең башына бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, Өфөлә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән 4 536 кеше, шул иҫәптән 2 330 бала сирләгән. Ауырыу кимәле эпидемик сиктән 26,1% түбән ҡала. Шул уҡ ваҡытта вирус инфекцияһының киң таралыу осоро 2019 йылдың февраль-мартында көтөлә, тип хәбәр итте Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина.
Республика биләмәһендә санитар табиптарҙың фараздары буйынса А1 «Мичиган», А2 «Сингапур» һәм В «Колорадо» тигән грипп вирустарының таралыуы мөмкин. Улар Башҡортостанда алдағы йылдарҙа күҙәтелгән һәм ҙур хәүефлек тыуҙырмаҫҡа тейеш. Әммә системалы профилактик эш талап ителә.
Баш санитар табип урынбаҫары организмды ҡаты өҙлөгөүҙән һаҡлау өсөн киҙеүҙән прививка яһатырға саҡырҙы. Дөйөм сирләгән кешеләр иҫәбенән 2% самаһы вакцинация файҙаһының дәлиле булып тора.
«Әммә ошо 2% араһында йыш ҡына вакцинациялау ваҡытында булған етешһеҙлектәр тураһында әйтеп үтергә кәрәк. Прививка яһатҡанда кеше тулыһынса сәләмәт булырға тейеш, ул организмдың иммунитет бүлеп сығарыуына һәм инфекция менән осрашыуына әҙер булыуы өсөн кәрәк», — тип асыҡлыҡ индерҙе Галина Пермина.
Ғәҙәттәгесә, федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә прививка балалар баҡсаларына йөрөгән балаларға, мәктәп уҡыусыларына, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә, студенттарға һәм хеҙмәткә саҡырыу йәшендәге үҫмерҙәргә, 60 йәштән оло граждандарға һәм башҡаларға эшләнә. Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе урынбаҫары һүҙҙәренсә, киҙеү эпидемияһын булдырмау өсөн халыҡтың 45% ашыуы прививка яһатырға тейеш.
«Регламент кимәленә (45 процент) етеү өсөн Өфөлә өҫтәмә 66 44 кешегә прививка эшләргә кәрәк. 2017 йылда бөтәһе 502 910 кеше вакцинацияланғайны – ул ҡала халҡының 44,8%, уларҙан 62 710 кеше өҫтәмә аҡса иҫәбенә прививка эшләткәйне. Хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүселәр айырым иғтибарҙы талап итә, сөнки улар үҙенең эшмәкәрлек төрө буйынса халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, тимәк, уларҙың ауырыу йоҡтороу мөмкинлеге лә юғары», — тип һөйләне Галина Пермина.
Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары ҡайһы бер ата-әсәләрҙең балаларҙы вакцинациялауҙан баш тартыу проблемаһына айырым иғтибар итте.
«Күрше илдәрҙә яңыраҡ булған ҡыҙылса һәм полиомиелит ауырыуының таралыуы вакцинацияның әһәмиәтен дәлилләй. Рәсәйҙә был ауырыуҙарҙың эпидемияһынан тик вакцинацияға күрә һаҡланып ҡалып булды, уның һөҙөмтәлелеге күптән раҫланған. Шуға вакцинаның зыянлығы тураһында һөйләү – ул зыянлыҡ», — тине Галина Пермина.
http://www.bashinform.ru/news/1234976-rospotrebnadzor-epidemiya-grippa-v-bashkirii-ozhidaetsya-v-fevrale-marte-2019-goda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика