05:50 (UTC+5), 07 Ноября 2018

«Кейем-һалым банкы» мохтаждар өсөн йылы кейем йыя

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөнөң «Кейем-һалым банкы» мохтаждар өсөн йылы кейем йыя. Һүҙ билдәле йәшәү урыны булмаған кешеләр тураһында ғына бармай. Яңы әйбер һатып алырға аҡсалары булмаған, кеше әйберҙәрҙен кейергә әҙер кешеләр бар.
Пенсионер Валентина Степанова яңғыҙы өс ейәнен – ике малайҙы һәм инвалид ҡыҙҙы тәрбиәләй. «Кейем-һалым банкы»на ҡатын йыш килә. Үҙенең әйберҙәрен килтерә. Нимәнелер ҡарап, үҙе һәм балалары өсөн алып ҡайта.
Сипайловонан Юлиә Вдовинаның һигеҙ айҙан 19 йәшкәсә туғыҙ балаһы бар. Күп балалы әсәгә бөтәһен дә кейендереү еңел түгел, шуға «Кейем-һалым банкы» - уның өсөн ҙур терәк.
Әле ҡышҡы аяҡ-кейем, курткалар, ойоҡбаш һәм башлыҡтар айырыуса көнүҙәк. Белгестәрҙең берҙән-бер үтенесе – хәйриәлеккә бирергә ниәтләнгән әйберҙәрҙең таҙа һәм бөтөн булыуы.
«Кейем-һалым банкы» Цюрупа урамы, 102 адресы буйынса «Ғаилә» республика ресурс үҙәге базаһында эшләй. Ул эш ваҡытында барлыҡ теләүселәр өсөн асыҡ, тип хәбәр итә «Вся Уфа» телеканалы.
http://www.bashinform.ru/news/1234811-ufimskiy-bank-veshchey-sobiraet-garderob-dlya-nuzhdayushchikhsya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика