Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2018, 08:55

Өфө прокуратураһы ҡалаға Нуғай, Жилин һәм Зинин яғына зыяратты киңәйтеүҙе тыйҙы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфө прокуратураһы Башҡортостандың баш ҡалаһы хаҡимиәтенә бойороҡ сығарҙы һәм Нуғай, Жилин һәм Зинин ҡасабалары эргәһендә зыярат урынлаштырыуҙы тыйҙы. Сәбәптәр араһында ҡануниәтте боҙоу билдәләнгән. Ул һаҙлыҡтарҙы киптереү эштәре башҡарылған һаҙмат урында ҡәберлектәр урынлаштырыуҙы тыя.
«Төҙөлөш заказсыһы яңы ерләү урындары булдырыуға экологик һәм санитар-гигиена экспертизаһынан ыңғай һығымта алманы. Шулай уҡ ошо биләмәнең ял итеү зонаһына ҡарағанлыҡтан зыярат урынлаштырыу мөмкин булмау иғтибарға алынды», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә.
Прокуратура боҙоуҙарҙы бөтөрөү буйынса кисектергеһеҙ саралар ҡабул итеүҙе талап итте.
2018 йылдың көҙөндә Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы 40 гектар ерҙе межалау һәм ер участкаһын артабан ерләү өсөн файҙаланыуға дәүләт һатып алыуҙарын ойоштороуҙы белдерҙе. Биләмәләр өс тораҡ пункты тирәһендә урынлашҡайны. Нуғай, Жилин һәм Зинин ҡасабаһында йәшәүселәр бындай «күршелеккә» ҡаршы сыҡты һәм прокуратураға мөрәжәғәт итте.
Быға тиклем «Башинформ» агентлығы хакимиәттә проекттың бөтә нормаларға һәм СанПиНдарға тап килеүе тураһында белдереүҙәрен хәбәр иткәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1234590-prokuratura-ufy-zapretila-gorodu-rasshiryat-kladbishcha-v-storonu-nagaevo-zhilino-i-zinino/
Автор:Наталья Овчарук
Читайте нас: