05:00 (UTC+5), 07 Ноябрь 2018

Башҡортостандың иң яҡшы тәрбиәсеһе Стәрлетамаҡ балалар баҡсаһында эшләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Стәрлетамаҡтың 77-се балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләүсе Мария Заплохова Башҡортостандың иң яҡшы тәрбиәсеһе тип танылды. Бөтә республиканан 50-нән ашыу мәктәпкәсә белем биреү педагогы ҡатнашҡан конкурсҡа Өфөлә йомғаҡ яһалды. Еңеүгә юл үҙеңдең интернет-ресурсың һәм белем биреү проекттарың менән таныштырыу, практик саралар, оҫталыҡ дәрестәре аша үтте. Конкурс финалсыларын республиканың мәғариф министры Әминә Шафиҡова ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдә һөнәри һөйләшеү көттө. Жюри бәйгеселәрҙең эшен – нисек дәрес уҙғарыуын, һөнәри табыштар барлығын һәм педагогик талантын бер ай буйына күҙәтте.
«Тамашасы һөйөүе призы» тағы бер Стәрлетамаҡ вәкиле Дания Тайсинаға тейҙе. Интернетта уның өсөн 56,3% ашыу тауыш бирелгән. Ул 11-се балалар баҡсаһында эшләй.
Призерҙар иҫәбендә Дүртөйлөнән 10-сы «Ләйсән» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Ғәлиева, уның коллегаһы Туймазының 21-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһынан Ләйсән Абсатарова һәм Салауат районының Йыланыш ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең мәктәпкәсә төркөм тәрбиәсеһе Елена Брагина.
Шулай уҡ номинацияларҙа еңеүселәр һайлап алынды.
«Ошондай конкурстар кәрәк, сөнки бөтә ҡатнашыусылар бындай бәйгеләрҙән һуң хушлашмай – беҙ телефондар менән алмашындыҡ, шылтыратышып, кәңәшләшеп торасаҡбыҙ. Шул рәүешле үҙебеҙҙең оҫталыҡ кимәлен күтәрәбеҙ».
http://www.bashinform.ru/news/1234802-luchshiy-vospitatel-bashkirii-rabotaet-v-detskom-sadu-sterlitamaka/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика