Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2018, 08:28

Радий Хәбиров: Герой-балаларға ҡарап, тормоштоң матур икәнлеген һәм барыһы ла яҡшы булырын аңлайһың

glavarb.ru
glavarb.ru
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда йәшәгән ете бала әсәләре менән Республика Йортона Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашыуға килде. Йәш геройҙар Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзы Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төрлө наградаларына тәҡдим ителде.
«Һәр берегеҙ ҙур ҡаһарманлыҡ ҡылған, бәләкәй булһағыҙ ҙа, йөрәгегеҙ ҙур. Һеҙ ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәнһегеҙ. Шундай балаларҙың үҫеүенә ғорурланабыҙ. Ошо бәләкәй генә күҙҙәргә ҡарап, тормоштоң матур икәнлеген һәм республиканың үҫешәсәген, йәшәйәсәген, барыһы ла яҡшы буласағын аңлайһың», — тине төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров шундай ярҙамсыл балалар тәрбиәләп үҫтергән балаларҙың әсәләренә лә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
Уларҙың иң кесеһе – Өфөнән дүрт йәшлек Алексей Гребешков. Ул күрше йортта янғын сыҡҡанын күреп, атаһына хәбәр иткәне өсөн төбәк етәксеһенән Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзының рәхмәт хатын алды.
Хәйбулла районының Һамар ауылынан ун йәшлек Байназар Хәйбуллин дуҫы Илназ бәүелсәктән ҡолап, маңлайын йәрәхәтләгәс, күп уйлап тормай, уны велосипедена ултыртып медицина пунктына алып барған. Байназар мәктәптә яҡшы уҡый, спорт менән шөғөлләнә. Малайҙы Рәсәй ҡотҡарыусылар союзының «Ғүмерҙе ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнеләр.
Азамат Арапов та наградаға лайыҡ булды, ул Күгәрсен районының Мораҡ ауылында Зәйнәб Биишева исемендәге мәктәптең 5-се класында уҡый. Азамат «Башинформ» агентлығына йәйгеһен йылғала һыу инеп йөрөгәндә кескәй ҡыҙҙың бата башлауын күреп ҡалыуы хаҡында һөйләне.
«Уйларға ваҡыт юҡ ине, әсәйемә ҡыҙыҡай бата тип ҡысҡырҙым да, уның артынан йылғаға һикерҙем. Унда бик тәрән ине, өйрөлмәккә эләккән ҡыҙыҡайҙы ярға һөйрәп сығара алдым. Милли көрәш менән шөғөлләнеүем ярҙам иткәндер, моғайын», — ти Азамат.
Стәрлетамаҡ районының Талачев ауылынан туғыҙ йәшлек Илһөйәр Биҡҡолова – йәш ҡотҡарыусылар араһында берҙән-бер ҡыҙ. Уҡыусы музыка, бейеү, һүрәт төшөрөү менән мауыға. Уға ҡарап, уның шундай ҡыйыу аҙымға барыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
«Ҡустым менән өйҙә икәү генә ҡалғайныҡ, атайым – дауаханала, әсәйем төнгө сменала эштә ине. Ҡапыл төтөн еҫен тойҙом, ниҙер янғанын аңлап, ҡустымды уяттым, бесәй балаһын алдым һәм беҙ янғын тураһында әйтергә күршеләргә йүгерҙек. Ҡурҡыныс булды, әлбиттә, ләкин мин ҡустым өсөн нығыраҡ ҡурҡтым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йортобоҙ янып бөттө, әммә иң мөһиме, үҙебеҙ тере ҡалдыҡ. Яңы, ике ҡатлы һәм ҙур йорт һалдыҡ та инде», – тип һөйләне беҙгә Илһөйәр. Ул да Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзының «Кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
Герой балаларҙың иң өлкәне — Ишембай районының Үрге Этҡол ауылынан Ирек Үмәрбаев, уға 14 йәш. Үҫмер, яңғыҙ йәшәгән инәйҙең өйө яна башлауын күреп, атаһына әйтергә тип өйөнә йүгергән. Һуңынан, уның килгәнен көтмәйенсә, күршеһенә ярҙамға ашыҡҡан.
«Миңә йоҙаҡты ватып инергә тура килде, ул соланда ине, ныҡ ҡурҡҡайны. Өҫтөндәге күлдәге яна башлағайны, иҙән яна ине, мин уны тиҙ генә өйҙән алып сыҡтым. Атайым менән янғынды һүндерә башланыҡ, — тине Ирек. — Минең урында һәр кем шулай эшләр ине, моғайын».
Боҙло һыуҙан дуҫын ҡотҡарған Бәләбәй районынан туғыҙ йәшлек Фәдис Сәлимгәрәев һәм ете йәшлек малайға янған йорттан сығырға ярҙам иткән Өфөләге 51-се урта мәктәптең бишенсе класс уҡыусыһы Степан Литвинов та Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзының наградаларына лайыҡ булды.
Радий Хәбиров йәш геройҙарҙы наградалары менән ҡотлап, яҡшы уҡыуҙарын теләне.
Шулай уҡ ул Өфөләге Инорс биҫтәһендә Көрәш һарайы төҙөләсәген билдәләне.
http://www.bashinform.ru/news/1234016-radiy-khabirov-glyadya-na-detey-geroev-ponimaesh-chto-zhizn-prekrasna-i-vse-budet-khorosho/
Читайте нас: