12:45 (UTC+5), 06 Ноябрь 2018

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы оҙаҡ төҙөлгән күперҙәр менән бәйле хәлде тәнҡитләне

Олег Яровиков
Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Бөрйән районында йәйәүлеләр өсөн ике күпер төҙөлөшө 2011 һәм 2016 йылдан һуҙыла. 6 ноябрҙә республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә «тарихи» хәл тураһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һөйләне.
«2018 йылға Бөрйән районына финанслау күләме 36 миллион 829 мең һум тәшкил итә. Улар алты урынға бүленгән, икәүһе – ике йәйәүлеләр күперен төҙөүгә. Бында үҙләштереү буйынса проблемалар бар. Нәбий ауылында күпер төҙөлөшө буйынса – беҙ төҙөүселәргә өс миллион 648 мең һум түләмәгәнбеҙ, сөнки төҙөүсе проектлаусы менән төҙөлөштә үҙгәрештәрҙе тура килтергән һәм Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә күҙәтеү буйынса дәүләт комитетынан бойороҡ алған, ә уны ул үтәмәгән. Уның 2017 һәм 2018 йылдарҙа алған бойороҡтары бар. Бөгөнгө көнгә эш судҡа барып етте. Икенсе объект – ошондай уҡ күперҙе Яңы Монасип ауылында төҙөү. Үҙләштерелмәгән аҡса күләме – 16 миллион һумдан ашыу. Төҙөүсе, арҡандың ҡиммәтселегенә һылтанып, алдан түләүҙе һорай, беҙ бөгөн бындай аҙымға бара алмайбыҙ. Өҫтәүенә ул контракттың хаҡын арттырыуҙы һорай», — тип аңлатты хәлде муниципалитет башлығы.
Нәбий ауылындағы күпер буйынса хәл 2011 йылдан дауам итә, ә Яңы Монасип ауылында – 2016 йылдан.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оҙаҡ төҙөлгән күперҙәр менән бәйле хәлде ҡаты тәнҡитләне.
«Коллегалар, төҙөүселәр һәм башҡалар, үҙегеҙҙе ситтән ишетәһегеҙме? 2011 йылда бәләкәй күпер төҙөлә. Намыҫығыҙ бармы? Миңә хәҙер бер-бер артлы эштән сығара башларғамы? Дүшәмбе кәңәшмәлә миңә министр менән башлыҡтың ҡасан ошо күперҙәр буйлап атлап уҙасағын хәбәр итегеҙ. Миңә ошо күперҙәр, ваҡыт буйынса асыҡ мәғлүмәт кәрәк. Был күпер күпме тора? Төбәк фондынан ярҙам итегеҙ – аҡса бирегеҙ, яҡшы төҙөүсе табығыҙ. 2011 йыл... Ҙур объекттарҙы нисек төҙөрһөгөҙ? Әгәр Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һала башлаһаҡ?», — тип Радий Хәбиров был мәсьәләне тикшереүҙе тамамланы.
http://www.bashinform.ru/news/1234313-vrio-glavy-bashkirii-podverg-zhestkoy-kritike-situatsiyu-s-mostami-dolgostroyami/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика