09:44 (UTC+5), 06 Ноября 2018

Баш ҡала кадеттары Хәтер парадында ҡатнаша

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Иртәгә, 7 ноябрҙә Һамарҙа Куйбышевтағы 1941 йылғы хәрби парадҡа арналған Хәтер парады ойошторола. Башҡортостандан 52 кадет сығыш яһай. Европаның ҙур майҙаны буйлап Волга буйы федераль округы төбәктәре, Мәскәү, Санкт-Петербург, Севастополь, Ҡырым Республикаһы һәм илдең башҡа төбәктәре вәкилдәре үтә. Парадта армия расчеттары һәм көс структуралары хеҙмәткәрҙәре, ветеран һәм патриотик ойошмалар, хеҙмәт коллективтары, профсоюздар, шулай уҡ уҡыусылар, студенттар, кадет класы, Суворов һәм Нахимов училищелары тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша.
«Беҙ күптән әҙерләндек: һәр кем хәрби алымдар өйрәнде, саф менән атлап йөрөнөк. Республика намыҫын юғары кимәлдә яҡларбыҙ тип ышанам», — тине Өфөләге ике тапҡыр Советтар Союзы Герой Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоуға әҙерлек дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүсеһе Әнүәр Ҡаһарманов.
Кадет корпусы директоры Фәнил Солтанғолов мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәренең был парадта 2015 йылдан ҡатнашыуы хаҡында һөйләне.
«Һамарҙа беҙ иҫтәлекле урындар, майҙан, хәрби техника менән танышабыҙ. Кадеттарға ни өсөн 1941 йылда Һамарҙа парад булғанлығы тураһында һөйләйбеҙ. Улар өсәү булған – Мәскәүҙә, Воронежда һәм Һамарҙа. Япония икенсе фронт асмаһын өсөн Һамарҙа эшләгәндәр. Был беҙҙең тарихыбыҙ, ошо хаҡта һөйләргә кәрәк. Сәфәрҙең маҡсаты шул», — тип билдәләне Фәнил Солтанғолов.
Сәфәрҙе ойоштороусы булып «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе сығыш яһаны.
http://www.bashinform.ru/news/1234235-ufimskie-kadety-primut-uchastie-v-parade-pamyati-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика