08:55 (UTC+5), 02 Ноября 2018

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водителдәргә автомобиль тәгәрмәстәрен ҡышҡылыҡҡа алмаштырырға кәңәш итә

автор
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Һауа торошо насарайыу менән бәйле юл-транспорт ваҡиғаһы килеп тыуыу ихтималлығы арта, шуға күрә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республика халҡына мөмкин тиклем сәфәрҙәрҙән тыйылып торорға кәңәш итә.
«Хәҙерге һауа торошонда ҡар, боҙлауыҡ, томан кеүек билдәләр водитель өсөн хәүеф сығанағы булып тора. Иртә ҡараңғы төшөүҙән тыш, һауа торошо күренештәре юлда күреү мөмкинлеген насарайта һәм автомобиль менән хәүефһеҙ идара итеүҙә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Шуның менән бәйле водителдәрҙе автомобиль тәгәрмәстәрен ваҡытында алмаштырырға саҡырабыҙ», — тип ведомствола граждандарға мөрәжәғәт иттеләр.
Быға тиклем Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы насар һауа торошо тураһында иҫкәрткәйне. 2 ноябрҙә республика буйынса елдең секундына 15-20 метрға етеүе, бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, еңелсә боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ 0,+5 градус тәшкил итә.
http://www.bashinform.ru/news/1233218-goskomitet-bashkirii-po-chs-rekomenduet-voditelyam-pereobut-avtomobili/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика