17:00 (UTC+5), 02 Ноябрь 2018

Стәрлетамаҡта йәшәүселәрҙең яңы осрашыу урыны — алты метрлыҡ арт-торшер барлыҡҡа килде

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Стәрлетамаҡта йәшәүселәрҙең яңы осрашыу урыны — алты метрлыҡ арт-торшер барлыҡҡа килде. Хәҙер Хоҙайбирҙин урамындағы аллеяны башҡа скульптуралар менән бергә ошо архитектура формаһы ла биҙәй. Эштәр «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә башҡарылған. Йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндереү барышында юлдарға асфальт түшәлгән, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылған. Балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, йәштәргә воркаут менән шөғөлләнеү урыны булдырылған. Ҡыҙыҡлы арт-объекттар – китаптар, бер асыҡ китап, ике һәм өс метрлыҡ яҡтыртҡыс ҡамыштар һәм боландар — аллеяның биҙәге.
Бейеклеге алты метрлыҡ өҫтәл лампаһы шунда уҡ ҡала халҡында ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. «Ҙур торшер»ҙы Санкт-Петербург компанияһы ҡуйған, финанслау сығанағы — Стәрлетамаҡтың бюджет аҡсаһы иҫәбенә (Рәсәй ҡаҙнаһынан 1,5 миллион һумдан ашыу бирелгән субсидиялар иҫәбенә).
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, урамда «өҫтәл лампаһын» ҡуйыу идеяһы яңы түгел. 2006 йылда Швецияның Мальмё ҡалаһындағы майҙандарҙың береһен ошондай арт-объект биҙәне. Уның абажуры аҫтында уңайлы эскәмйәлә лә бар. Бәлки, Стәрлетамаҡ властары был идеяны ла хуплар.
http://www.bashinform.ru/news/1233157-u-zhiteley-sterlitamaka-poyavilos-novoe-mesto-dlya-vstrech-shestimetrovyy-art-torsher/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика