06:48 (UTC+5), 02 Ноября 2018

Өфөнән ун беренсе класс уҡыусыһы Азияның төп матурлыҡ конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай

«Башҡортостан һылыуҡайы» агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөләге «Берҙәмлек» лицейының ун беренсе класс уҡыусыһы Рената Нәҙершина Һиндостанда Азияның төп матурлыҡ конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай.
«Азия һылыуҡайы» 3-11 ноябрҙә ойошторола, унда Ҡытай, Көньяҡ Корея, Индонезия, Филиппин, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Япония һәм башҡа илдәрҙән 30-ҙан ашыу ҡыҙ ҡатнаша. Конкурс дауамында ҡатнашыусыларҙы экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре, фото һәм видео-сессиялар, хәйриә саралары һәм ҙур финал шоуы көтә, унда милли кейемдәрҙә илдәр менән таныштырыу, интелллектуаль этап, ҡупшы күлдәктәрҙә дефиле ҡаралған.
Ике йыл элек Рената «Башҡортостан һылыуҡайы» модель агентлығының моделдәр мәктәбен тамамланы һәм шунда уҡ уның төп составына инде, ти агентлыҡ етәксеһе Луиза Закирйәнова.
Өфө уҡыусыһы — «Өфө сибәре — 2018» конкурсы еңеүсеһе, «Башҡортостан һылыуҡайы — 2017», «Рәсәйҙең туризм һылыуҡайы — 2017» Бөтә Рәсәй конкурсы призеры, «Байкалдағы этноподиум» халыҡ-ара фестивале ҡатнашыусыһы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә республиканың тағы ла бер һылыуҡайы Галина Лукина Японияла «Miss International 2018» матурлыҡ конкурсында Рәсәй исеменән сығыш яһай.
http://www.bashinform.ru/news/1233065-ufimskaya-odinnadtsatiklassnitsa-predstavlyaet-bashkiriyu-na-glavnom-aziatskom-konkurse-krasoty/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика